+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
20 Октябрь 2017, 17:24

Бурысһыҙ һәм машинала

Суд приставтарының Фёдоровка район бүлеге тарафынан дөйөм суммаһы 95 мең һумлыҡ кредит буйынса бурысты ҡайтартыу буйынса үтәтеү эше ҡуҙғатылды.

Суд приставтарының Фёдоровка район бүлеге тарафынан дөйөм суммаһы 95 мең һумлыҡ кредит буйынса бурысты ҡайтартыу буйынса үтәтеү эше ҡуҙғатылды.

Был арыу ғына сумманы РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 17.14 статьяһы буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырылған һәм автомобиле ҡулға алынған Фёдоровка кешеһе түләйәсәк. Быға гражданиндың бурысын түләү мәсьәләһенә битараф ҡалыуы сәбәпсе. Шуға бәйле, суд приставы теркәү ғәмәлен тыйыу тураһында ҡарар сығарҙы һәм автомобиленә арест һалынды. Машинаһынан файҙаланыу тыйылды, уға һаҡлауға ҡалдырылды.

Һаҡ аҫтындағы милектең һаҡлауҙа булыуын тикшергәндә уның урынында булмауы асыҡланды. Шуға бәйле суд приставының законлы талаптарын үтәмәгән өсөн протокол төҙөлдө һәм бер мең һум күләмендә штраф һалынды. Гражданинды административ яуаплылыҡҡа тарттырыу һәм автотранспортының ҡулға алыныуы бурыстарын түләү тураһында уйланырға мәжбүр итте. Тиҙ арала ул кредит түләүҙәрен тулы күләмдә түләне. Артабан машинаһы менән файҙаланырға рөхсәт ителде.

Автомобиле ҡулға алынғандан һуң хужаһының бурысын түләү өсөн 10 көнө бар. Кире осраҡта транспорт сараһы мәжбүри һатыуға йүнәлтелә. Бынан тыш, бурыслылар башҡарған эштәр һәм милекте баһалаусы белгестең хеҙмәттәре өсөн дә түләй.

Л. ИБРАҺИМОВА,

бүлек начальнигы- Федераль суд приставтары хеҙмәте БР буйынса идаралығы Фёдоровка районы бүлегенең өлкән суд приставы.
Читайте нас: