Фёдоровка районы буйынса Эске эштәр бүлегенең тәүтикшереү бүлексәһе 1993 йылда ойошторолған. Әле төркөмдөң штатында 3 кеше тора. Тәүтикшереү органы начальнигы булып полиция майоры А.М. Мостафин 2014 йылдан бирле хеҙмәт итә. Төркөмдә ул 2009 йылда эшләй башлаған.
Белешмә. Тәүтикшереүсе- тәүтикшереү органының вазифалы шәхесе. Эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе буйынса суд акты төҙөй, үҙ аллы енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырмай. Тәүтикшереүсе судҡа тиклемге тикшереү эшен законға ярашлы алып бара. Уның эшмәкәрлеге тикшереүсенеке менән оҡшаш, әммә сикләнгәнерәк.
Төркөмдөң эше менән таныштырып, Азат Муса улы түбәндәгеләрҙе һөйләне:
-Тәүтикшереү бүлексәһендә йәш хеҙмәткәрҙәр эшләй. 2016 йылдың июленән төркөмдә өлкән лейтенант Юдин Сергей Дмитриевич эшләй башланы. Тәжрибәһе ҙур булмаһа ла, инициативалы, бурыстарын намыҫлы башҡара. Енәйәттәрҙе тикшереү эшен ҡануниәттә ҡаралған ваҡыт эсендә тикшерә. Закон боҙоуҙарға юл ҡуймай.
Икенсе хеҙмәткәр- лейтенант Блинникова Ольга Владимировна. Бүлексәлә 2017 йылдың мартынан бирле эшләй. Оператив-хеҙмәт эшмәкәрлегендә юғары һөҙөмтә күрһәтә. Һөнәри оҫталығын үҫтереү өҫтөндә даими эшләй.