Фёдоровка районы прокуратураһы планлы тикшереү барышында малсылыҡ һәм биологик ҡалдыҡтарҙы юҡ итеү буйынса ҡануниәттәге боҙоуҙарҙы асыҡланы.
Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, ветеринария-санитария үтилләштереү заводтарында (цехтарында) ҡағиҙәләргә ярашлы эшкәртелеп үтилләштерелгән мал үләкһәләре биологиҡ ҡалдыҡтар тип атала.
“Нива” йәмғиәтенең малсылыҡ менән бәйле эшмәкәрлек алып барыуы асыҡланды, әммә ферма территорияһын тикшергәндә йәш һыйыр малдарының үләкһәләре табылды. Тикшереү был хужалыҡ субъектының малдары үлгәндә, үле тыуғанда һәм аборттан һуңғы мал үләкһәләре үләкһә соҡорона күмелмәүен, махсус бүленгән урындан ситтә булыуын күрһәтте. Был боҙоуҙар малдарҙың сирләүенә, кеше өсөн ветеринария яғынан хәүефле малсылыҡ продукттарын сығарыуға килтереүе мөмкин.
Шундай уҡ боҙоуҙар “Балыҡ” балыҡсылыҡ хужалығы” йәмғиәтенең эшмәкәрлегендә лә асыҡланды.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, ғәйепле вазифалы шәхестәр РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 10.8 статьяһының 3 өлөшө буйынса (биологик ҡалдыҡтарҙы йыйыу, үтилләштереү һәм юҡ итеү буйынса ветеринария-санитария ҡағиҙәләрен боҙоу) административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, шулай уҡ асыҡланған боҙоуҙарҙы юҡ итеү буйынса саралар күрелде.
Фёдоровка районы прокуроры, өлкән юстиция советнигы.