+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
31 Октябрь 2017, 17:19

Закондың көсө - уның үтәлеүендә

Иртәгә, 1 ноябрҙә, иңдәренә суд акттары, башҡа органдар һәм вазифалы шәхестәрҙең акттарын мәжбүри башҡартыу бурысы һалынған суд приставтары федераль хеҙмәте һәм уның территориаль органдары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Районда Суд приставтары хеҙмәтенең барлыҡҡа килеүе тураһында Суд приставтары федераль хеҙмәте БР буйынса идаралығының Фёдоровка районындағы суд приставтары бүлеге начальнигы, өлкән суд приставы Л.Й. Ибраһимова һөйләй.

-Ләйсән Йәһүҙә ҡыҙы, суд приставтары эшмәкәрлегенең ҡасан башланып китеүе тураһында һөйләһәгеҙ ине.

-Рәсәйҙең дәүләт ҡоролошонда бындай хеҙмәт һәр саҡ булған. Ул саҡта приставтарҙың вәкәләттәре лә күберәк булған: үҙ эшенә улар полицияны ла, хәрби частәрҙе лә йәлеп итә алған, өҫтәүенә, суд ҡарарын үтәмәгән өсөн яуаплылыҡ та ҙурыраҡ булған- ҡулға алып, эшкә һәм каторга эштәренәсә йәлеп итеү. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, барыһы ла был хеҙмәттең кешеләргә игелек һәм ғәҙеллек килтереүенә ныҡлы инанған, шуға ла уны изге эш тип атағандар. Йылдар үтеү менән дә был дәүләт эшмәкәрлегенең асылы үҙгәрмәгән. Улар Закондың һәм Хөкөм талаптарының үтәлеүе хаҡына хеҙмәт иткән.

Был байрам Рәсәй Федерацияһы Президентының 2009 йылдың 8 сентябрендәге 1019-сы “Суд приставтары көнөн булдырыу тураһында” Указы менән рәсмиләштерелде. Президенттың башҡа Указдары менән хеҙмәттең геральдика тамғаһы- эмблемаһы һәм флагы рәсмиләштерелде. Был әһәмиәтле факт-Рәсәй суд приставтарының ҡаҙаныштарын таныу һәм дөйөм Федераль хеҙмәттең статусын күтәреү, тигәнде аңлата.

Лилиә КАНТИМЕРОВА әңгәмәләште.

Автор фотоһы.
Читайте нас: