-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
17 Ноябрь 2017, 13:57

Торлаҡ-йәтимдәргә

Республика прокуратураһы бойороғон башҡарыу сиктәрендә район прокуратураһы йәтим, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү өлкәһендә бәлиғ булмағандар тураһындағы ҡануниәттең башҡарылыуын тикшерҙе.

Республиканың ҡануниәтендә ҡаралғанса, урындағы үҙидара органдары йәтим һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса дәүләт вәкәләттәренә эйә.

Тикшереү күрһәтеүенсә, Фёдоровка рйонының йәтимдәр категорияһына ингән ике кешеһе оҙаҡ ваҡыт торлаҡҡа мохтаждар иҫәбендә торған. Уларға 18 йәш тулыуға ҡарамаҫтан, Фёдоровка районы муниципаль район хакимиәте уларға йәшәү урыны бирмәгән.

Район прокурорының юллауы буйынса муниципаль ойошма хакимиәтенә атап үтелгән шәхестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү бурысы ҡуйылды.

Р. ҠЫУАНДЫҠОВ,

район прокуроры ярҙамсыһы.
Читайте нас: