-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
21 Ноябрь 2017, 16:21

Уға һәр кем ышаныс белдерә

Ауыл ерендә полицияның участка уполномоченныйы законлылыҡты һаҡлаусы булып тора. Нәфис фильмдарҙағы яратҡан геройҙарыбыҙ кеүек, Юрий Савельев та Дедово һәм Динес ауыл советы ауыл биләмәһе территорияһында хоҡуҡ һәм тәртип һағында тора.

Ю. Савельев (һулдан беренсе) сираттағы планеркала.

Баҫалҡы, ярҙамсыл полиция хеҙмәткәре һөнәри бурысын тиҫтә йыллап инде намыҫлы башҡара. Участка хеҙмәткәренең эше хәүефле һәм ауыр, өҫтәүенә, тәүлек әйләнәһенә дауам итә. Халыҡтың мөрәжәғәттәрен ул көндөҙ ҙә, төндә лә яуапһыҙ ҡалдырмай. Полиция хеҙмәткәре һәр саҡ ярҙамға ашыға, енәйәттәрҙе “ҡыҙыу” эҙ буйынса асырға йәиһә булдырмаҫҡа, көнкүреш бәхәстәрен көйләргә тырыша һ.б. Полиция хеҙмәткәренең эш һөҙөмтәһе уның оператив һәм аныҡ эш итеүенә бәйле. Ҡайһы саҡта уға ҡыйыу герой йәиһә психолог булырға, бәләгә тарығандарҙың йәиһә мөрәжәғәт иткәндәрҙең хәленә инә, һәр кемде тыңлай белергә тура килә. Шуғалалыр, бәлки, ул ауыл халҡы араһында абруй ҡаҙана, кешеләр уға ышаныс белдерә. Был турала уларҙың ыңғай, рәхмәт һүҙҙәре һөйләй.

Етәкселек тә уның эшен ыңғай баһалай. Полиция капитаны Савельев Фёдоровка бүлексәһенең иң яҡшы полиция уполномоченныйҙары иҫәбендә.

Ғаиләһе уның өсөн ныҡлы терәк булып тора. Иренең эше ауыр булыуын ҡатыны Вера Никадровна ла аңлай, бөтә яҡлап ярҙам итергә тырыша. Ә ҡыҙы һәм улдары атаһының көслө булыуы арҡаһында хәүефһеҙлектә булыуҙарын яҡшы аңлайҙар.

Фәнис АҠСУРИН

фотоһы.
Читайте нас: