Район прокуратураһы БР Федоровка район үҙәк дауаханаһының йәтим һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың сәләмәтлеген һаҡлау тураһындағы ҡануниәтте үтәүен тикшерҙе.
Тикшереү барышында ошо балаларҙы йыл да мотлаҡ диспансерлаштырыу тураһындағы талаптарҙы боҙоу осраҡтары булыуы асыҡланды.
Шулай, бәлиғ булмаған балаларҙан һәм уларҙың законлы вәкилдәренән медицина тикшереүе үтеүгә ирекле ризалыҡтары алынмаған, балалар ваҡытында диспансерлаштырылмаған, учреждение тарафынан медицина тикшереүе үткәреү планы төҙөлмәгән һәм уны үтеү буйынса карталар рәсмиләштерелмәгән. Медицина тикшереүе үткәреүгә ярашлы белем алмаған табип-стоматолог йәлеп ителгән.
Прокуратура тикшереүе һөҙөмтәләре буйынса вәкәләтле ғәйепле шәхестәр дисциплинар һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, шулай уҡ асыҡланған боҙоуҙарҙы юҡ итеү буйынса саралар күрелде.
район прокуроры ярҙамсыһы.