+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
1 Декабрь 2017, 17:09

Медицина тикшереүе - яңыса

Рәсәй Сәләмәтлекте һаҡлау министрлығының 2017 йылдың 10 авгусындағы 514-се бойроғо менән бәлиғ булмағандарҙы профилактик медицина тикшереүен үткәреүҙең яңы тәртибе раҫланған, ул 2018 йылдың 1 ғинуарынан эшләй башлаясаҡ.

Рәсәй Сәләмәтлекте һаҡлау министрлығының 2017 йылдың 10 авгусындағы 514-се бойроғо менән бәлиғ булмағандарҙы профилактик медицина тикшереүен үткәреүҙең яңы тәртибе раҫланған, ул 2018 йылдың 1 ғинуарынан эшләй башлаясаҡ.

Профилактик тикшереүҙәр билдәләнгән бер йәштә ваҡытында патологик хәлде, ауырыуҙарҙы һәм хәүеф факторҙарын, медицинаға бәйле булмаған наркотик һәм психотроп матдәләрҙе ҡулланыу факттарын асыҡлау маҡсатында үткәрелә. Шулай уҡ сәләмәтлек төркөмөн билдәләү һәм бәлиғ булмағандар һәм уларҙың ата-әсәләре йәиһә башҡа законлы вәкилдәре өсөн кәңәштәр әҙерләү уларҙың маҡсаты булып тора. Тикшереү ваҡытында бәлиғ булмаған баланың сәләмәтлек төркөмө; физик занятиеларға йөрөү өсөн медицина төркөмө билдәләнә, ә уларҙың һөҙөмтәләре тураһындағы мәғлүмәттәр белем биреү учреждениеларына ебәрелә.

Бәлиғ булмағандар профилактик медицина тикшереүе үтеү сиктәрендә үтергә тейешле тикшереүҙәр һәм табиптар исемлеге яңыртылды. Белгес-табиптар тарафынан үткәрелгән тикшереүҙәрҙең һәм сирҙең булмауына шик булмаған осраҡта тикшереү үткәреүҙең дөйөм ваҡыты ике мәртәбәгә арттырылды; отчет һәм статистик формалар һәм уларҙы төҙөү тәртибе яңыртылды.

Р. ҠЫУАНДЫҠОВ,

район прокуроры ярҙамсыһы.


Читайте нас: