+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
8 Декабрь 2017, 17:03

Ышанысһыҙҙар реестры

2017 йылдың 1 июлендәге 132-се федераль закон тарафынан “Коррупцияға ҡаршы тороу тураһында”, “Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы тураһында”, “Рәсәй Федерацияһы дәүләт градждан хеҙмәте тураһында”, “Муниципаль хеҙмәт тураһында” Федераль закондарға, Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа законакттарына үҙгәрештәр индерелгән.

2017 йылдың 1 июлендәге 132-се федераль закон тарафынан “Коррупцияға ҡаршы тороу тураһында”, “Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы тураһында”, “Рәсәй Федерацияһы дәүләт градждан хеҙмәте тураһында”, “Муниципаль хеҙмәт тураһында” Федераль закондарға, Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа закон

акттарына үҙгәрештәр индерелгән.

Закондар сығарыусы орган тарафынан бер нисә федераль законға ышанысты юғалтыу сәбәпле, эштән бушатылған шәхестәр тураһындағы мәғлүмәтте ошо маҡсат өсөн махсус төҙөлгән реестрға мәғлүмәттәр индереү тураһында положениелар менән тулыландырылды. Мәғлүмәттәр индереү, реестрҙан мәғлүмәттәрҙе алыу тәртибе, шулай уҡ дәүләт хеҙмәте тармағында дәүләт мәғлүмәт системаһына реестрҙы индереү һәм урынлаштырыу тәртибе Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан билдәләнәсәк.

Әле РФ һәм уның субъекттары дәүләт вазифалары, муниципаль вазифалар, РФ һәм муниципаль хеҙмәттең дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте вазифаларын биләгән шәхестәргә ҡарата ышанысты юғалтыу сәбәпле, эшенән бушатыу төрөндәге яза биреү ҡаралған.

Кеше эштән бушатылған осраҡта йәиһә вәкәләттәре туҡтатылғанда тейешле яҙыу хеҙмәт кенәгәһенә яҙыла. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт кенәгәһенә эш биреүсенең ниндәй сәбәп менән килешеүҙе тарҡатыуы сәбәбе лә күрһәтелә.

Намыҫһыҙ шәхестәрҙең артабан эшкә урынлашҡанда элекке эш урынынан ниндәй сәбәп буйынса бушатылыуы тураһындағы мәғлүмәтте йәшереүе ихтимал. Реестр булдырыу дәүләт (муниципаль) хеҙмәте, дәүләт (муниципаль) вазифаһына кандидаттар һайлағанда оператив мәғлүмәт менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк.

Был үҙгәрештәр 2018 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инә.

Р. ҠЫУАНДЫҠОВ,

район прокуроры ярҙамсыһы.
Читайте нас: