+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
12 Декабрь 2017, 16:50

Коррупцияға ҡаршы көрәш

РФ Президентының 2017 йылдың 19 сентябрендәге “Рәсәй Федерацияһы Президентының коррупцияға ҡаршы көрәш тураһындағы ҡануниәтте үтәү буйынса контролде көсәйтеү маҡсатында ҡайһы бер акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 431-се Указы үҙ көсөнә инде. Уның тарафынан РФ Президентының коррупцияға ҡаршы көрәш өлкәһендәге бер нисә указына үҙгәрештәр индерелгән.

РФ Президентының 2017 йылдың 19 сентябрендәге “Рәсәй Федерацияһы Президентының коррупцияға ҡаршы көрәш тураһындағы ҡануниәтте үтәү буйынса контролде көсәйтеү маҡсатында ҡайһы бер акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 431-се Указы үҙ көсөнә инде. Уның тарафынан РФ Президентының коррупцияға ҡаршы көрәш өлкәһендәге бер нисә указына үҙгәрештәр индерелгән.

Дөйөм алғанда, федераль дәүләт органдары кадрҙар хеҙмәте подразделениеларының айырым функциялары, айырып алғанда, РФ дәүләт вазифаһына тәғәйенләнгәндә граждандар тарафынан тапшырылған мәғлүмәттәрҙең хаҡлығы һәм тулылығы, коррупцион хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалауға ҡағылышлы булыу-булмауы конкретлаштырыла.

Федераль дәүләт хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт тәртибенә талаптарҙы үтәү һәм мәнфәғәттәр бәхәсен көйләү буйынса комиссиялар тураһындағы Положениеға үҙгәрештәр индерелде.

Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының дәүләт вазифаһында эшләгән шәхестең хеҙмәт тәртибенә ҡарата талаптарын үтәүгә ҡағылышлы коррупцион мәсьәләләргә ҡаршы көрәш һәм федераль дәүләт хеҙмәтенең айырым вазифалалары һәм мәнфәғәт бәхәстәрен, шулай уҡ граждандарҙың ҡайһы бер мөрәжәғәттәрен көйләү буйынса РФ Президенты ҡарамағындағы Совет президиумы тарафынан ҡарау тәртибе тураһындағы Положениеға үҙгәрештәр индерелде.

Мөрәжәғәттәрҙе ҡарау һөҙөмтәһе буйынса ҡабул ителергә мөмкин булған ҡарар төрҙәре күрһәтелгән, был - коммерция йәиһә коммерция булмаған ойошмала граждандың вазифа үтәүенә йәиһә гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеү шартында эш башҡарыуға президиум рөхсәт бирергә мөмкин тигәнде аңлата. Йәиһә ул граждандың вазифа биләгәндә йәиһә уның эшләүе коррупцияға ҡаршы көрәш талаптарын боҙоуҙы асыҡлай ала. Был осраҡта комиссия дәүләт органы етәксеһенә был хәлдәр тураһында прокуратураға һәм хәбәр биргән ойошмаға мәғлүмәт бирергә тәҡдим итергә мөмкин.

РФ Президенты ҡарамағындағы Совет президиумы тарафынан рәискә коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса тикшереү сиктәрендә алынған мөрәжәғәттәр, ғаризалар, уведомлениелар һәм материалдар тапшырыу ваҡыты артты (7 көндән 30 көнгәсә, запрос ебәргәндә - 45 көндән 60 көнгәсә).

Шулай уҡ мөрәжәғәт иткән, ғариза йәиһә уведомление биргән шәхескә ҡабул ителгән ҡарар тураһындағы мәғлүмәтте, уны ҡабул иткән көндән башлап ебәреү ваҡыты 7 көндән 15 көнгә тиклем артты.

Коррупцияға ҡаршы көрәш маҡсатында тикшереүҙәр ваҡытында кредит ойошмаларына, РФ-ның һалым органдарына һәм Росреестр органдарына запрос ебәрергә хоҡуҡлы вазифалы шәхестәрҙең исемлеге киңәйтелде. Ул РФ Президентының 2013 йылдың 2 апрелендәге 309-сы Указы менән раҫланды.

Ҡабул ителгән үҙгәрештәр дәүләт хеҙмәткәрҙәренең коррупцион хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау өлкәһендәге бурыстарын киңәйтеүгә йүнәлтелгән. Тимәк был, 2018 йылдың 1 ғинуарынан дәүләт хеҙмәткәрҙәренең күсемһеҙ милек, транспорт саралары һәм отчет осоронда ҡайтарып бирмәү килешеүе һөҙөмтәһендә алынған ҡиммәтле ҡағыҙҙар тураһында мәғлүмәт бирергә бурыслы буласаҡ.

Учреждение етәкселәрен, муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе, шулай уҡ дәүләт (муниципаль) йәиһә учреждение етәксеһе вазифаһына дәғүә итеүсе граждандарҙы бына шундай формалағы белешмә тапшырырға тейешлеге тураһында иҫкәртәбеҙ. Атап үтелгән шәхестәргә үҙҙәренә генә түгел, тормош иптәштәренә лә килем, милек һәм милек характерындағы вазифа тураһында мәғлүмәт бирергә кәрәк.

И. СӘЙФУЛЛИН,

район прокуроры урынбаҫары.
Читайте нас: