Район прокуратураһы Фёдоровка районы МР Балыҡлы ауыл советы муниципаль берләшмәһе ҡарамағындағы Ҙур Балыҡлы йылғаһындағы гидротехник ҡоролманы- плотинаны тикшерҙе.
Объекттың торошон тикшереү барышында плотинаның төпкә төшөү механизмының төҙөк булмауы асыҡланды- һыу плотинаны торбанан сыҡҡан урында йыуҙыра, был уның емерелеүенә килтерергә мөмкин.
Был ҡоролманың авария хәлендә булыуын һәм файҙаланыуға яраҡһыҙлығын аңлата.
Прокур дәғүәһе буйынса муниципаль ойошма башлығына был етешһеҙлекте бөтөрөү бурысы ҡуйылыуы тураһындағы ҡарар ҡабул ителде.
Суд ҡарарын үтәү район прокуроры контролендә тора.