+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
15 Декабрь 2017, 16:49

Бурыс түләнергә тейеш

Ағымдағы йылда прокурор тикшереүҙәре заказ биреүселәрҙең дәүләт һәм муниципаль килешеүҙәр буйынса ваҡытында түләүҙәренә ҡағылышлы тармаҡта эшҡыуарҙар хоҡуҡтарындағы боҙоуҙарҙы асыҡланы.

Ағымдағы йылда прокурор тикшереүҙәре заказ биреүселәрҙең дәүләт һәм муниципаль килешеүҙәр буйынса ваҡытында түләүҙәренә ҡағылышлы тармаҡта эшҡыуарҙар хоҡуҡтарындағы боҙоуҙарҙы асыҡланы.

Мәҫәлән, БР Федоровка районы муниципаль районының Федоровка ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан “ГИП-Электро” йәмғиәтенә муниципаль килешеү буйынса түләүҙәр ваҡыты уҙған. Йәмғиәт 2016 йылдың 12 ғинуарындағы килешеүгә ярашлы Федоровка ауылында урамдарҙы яҡтыртыу системаларын ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү буйынса эштәр башҡарған. Шул сәбәпле, БР Бюджет кодексының 162 статьяһының, 219 статьяһының 3 өлөшө талаптарын һәм килешеү шарттарын боҙоп, Федоровка ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан килешеү буйынса түләү түләнмәгән һәм килешеү буйынса башҡарылған эшкә ваҡытында түләнмәйенсә, эшҡыуарлыҡ субъектының хоҡуҡтары сикләнгән. Шуға бәйле, “ГИП-Электро” йәмғиәте БР Арбитраж судына мөрәжәғәт иткән.

Ошо факт буйынса Совет адресына- Федоровка ауыл советы ауыл биләмәһенең вәкәләтле органына күрһәтмә сығарылды, уны тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды, ә 24600, 83 һумлыҡ бурыс суд тикшереүенә тиклем тулыһынса түләтелде.

Дәүләт заказ биреүсе- БР Федоровка үҙәк район дауаханаһы Рәсәй гвардияһының “Охрана” унитар предприятиеһы менән килешеү буйынса ла шундай уҡ боҙоуҙар булды. Учреждениеның баш табибына ҡарата прокурор тарафынан боҙоуҙарҙы юҡ итеү һәм ғәйепле вәкәләтле шәхестәрҙе дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында күрһәтмә бирелде.

И. СӘЙФУЛЛИН,

район прокуроры урынбаҫары.
Читайте нас: