+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
22 Декабрь 2017, 12:02

Бөтә мәктәптәрҙе лә видеокүҙәтеү менән тәьмин итеү

Ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса, бөтә белем биреү учреждениелары һәм “Ашҡаҙар” һауыҡтырыу лагеры кешеләр күп йыйылған объект булып тора.

Ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса, бөтә белем биреү учреждениелары һәм “Ашҡаҙар” һауыҡтырыу лагеры кешеләр күп йыйылған объект булып тора. Фёдоровка районы прокуратураһының тикшереүе һөҙөмтәһендә атап үтелгән учреждение етәкселәренең криминаль күренештәр мөмкинлектәрен аҙайтыуға йүнәлтелгән сараларҙы тейешенсә башҡармауы асыҡланды.

Учрежденеларҙағы балаларҙы физик яҡлау һәм һаҡлау системаһына ҡарата талаптар үтәлмәй, айырып әйткәндә, учреждениеларҙың территориялары һәм биналары видеокүҙәтеү һәм тышҡы яҡтыртыу системалары менән тейешенсә йыһазландырылмаған.

Район прокурорының дәғүәләре буйынса суд МР хакимиәтенә һәм белем биреү учреждениелары етәкселәренә видеокүҙәтеү системалары менән тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы.

Әле суд ҡарарын башҡарыу йәһәтенән 24 учреждениела тейешле йыһаз ҡуйылды һәм сафҡа индерелде.

Башҡарылмаған суд акттары район прокуратураһының контролендә тора.


Р. ҠЫУАНДЫҠОВ,

район прокуроры ярҙамсыһы.
Читайте нас: