Район прокуратураһы урындағы үҙидара органдары тарафынан хужалык-көнкүрештә һыу менән тәьмин итеү сығанаҡтарында терроризмды һәм экстремизмды профилактикалау тураһындағы ҡануниәттең үтәлешен тикшерҙе.
Уның барышында алты ауыл биләмәһе территорияһында халыҡты һыу менән тәьмин итеү системаһының булыуы асыҡланды. Шул уҡ ваҡытта һыу башнялары һәм скважиналары территорияһында ҡый үләне үҫә, тирә-яҡ яҡтыртылмай, территория уратып алынмаған, сит кешеләр бер ҡаршылыҡһыҙ үтеп инә алырлыҡ. Террористик акттар ҡылыу-сығанаҡтарҙы химик йәиһә биологик матдәләр менән ағыулау, шулай уҡ уларҙы сафтан сығарыу өсөн мөмкинлектәр бар.
Ауыр эҙемтәләрҙе булдырмау маҡсатында район прокуратураһы етәкселәргә ҡарата ҡарар сығарҙы, уларҙың үтәлешен тикшереү һөҙөмтәһендә ғәйепле булған вәкәләтле шәхестәр дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды, шулай уҡ асыҡланған боҙоуҙар юҡ ителде.