РФ Юғары Суды Пленумының 2017 йылдың 14 ноябрендәге 44-се ҡарары менән ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итеү йәиһә сикләү, шулай уҡ баланың ғүмеренә йәиһә сәләмәтлегенә ҡурҡыныс янаған осраҡта баланы тартып алыуға бәйле бәхәстәрҙе хәл итеүҙә судтар тарафынан ҡануниәтте берҙәм файҙаланыу практикаһын тәьмин итеү маҡсатында түбәндәге аңлатмалар бирелә.
Ата-әсә хоҡуҡтарынан балалар мәнфәғәтенә зыян килтереп файҙаланғанда- уларға дөйөм белем алыуға ҡаршы килгән, ҡомарлы уйындар уйнауға, хәйер һорауға, берәҙәк булыуға, урлашыуға, фәхшилеккә, алкоголь йәиһә спиртлы продукциялар эсеүгә, наркотик йәиһә психотроп мәтдәләр ҡулланыуға, эшмәкәрлеге тыйылыу тураһында үҙ көсөнә ингән суд ҡарары булған йәмәғәт йәиһә дини берләшмәләр йәиһә башҡа ойошмалар эшмәкәрлегенә йәлеп иткән осраҡта, ата-әсәләр ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителергә мөмкин.
Суд бала йәшәгән шарттарҙы тикшереү мәсьәләһен эште суд тикшереүенә әҙерләү стадияһында хәл итергә тейеш. Тикшереү акты һәм опека һәм попечителлек органының шуға нигеҙләнгән бәхәстең асылы буйынса һығымтаһы суд тарафынан бөтә йыйылған дәлилдәр менән бергә баһалана.
Ун йәше тулған йәиһә ун йәшкәсә тиклемге бала (әгәр суд баланың үҙ хоҡуҡтарына ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса үҙ ҡарашын әйтергә һәләтле тип таныһа), ҡаралыусы мәсьәлә буйынса уның фекерен асыҡлау маҡсатында суд ултырышында суд һорауҙарына яуап бирә ала. Шул уҡ ваҡытта, ун йәше тулған балаға ҡарата ата-әсә хоҡуғын ҡабаттан тергеҙеү тураһындағы ҡарар баланың ризалығы булғанда ғына суд тарафынан ҡабул ителә.
Бала хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен башҡа төрлө яҡлау мөмкинлеге булмағанда ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итеү рөхсәт ителә.
Ата-әсә бурыстарын ауыр хәлдә ҡалған һәм шуға бәйле булмаған башҡа сәбәптәр (мәҫәлән, психик йәиһә башҡа хроник сирҙәр булған осраҡта, хроник алкоголизм йәиһә наркомания менән сирләүселәрҙән башҡа) буйынса башҡара алмаған ата-әсәләр был хоҡуҡтан мәхрүм ителмәй.
Атап үтелгән осраҡтарҙа әгәр баланы ата-әсәһе эргәһендә ҡалдырыу уның өсөн ҡурҡыныс менән янаһа, суд ата-әсә хоҡуғынан сикләү тураһында ҡарар сығара ала.
район прокуроры, юстицияның өлкән