+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
12 Ғинуар 2018, 12:31

МРОТ-ҡа индерелмәгән

РФ Конституция Суды үҙенсәлекле климат шарттарында, шул иҫәптән Алыҫ Себер һәм уға тиңләштерелгән ерҙәрҙә эшләүгә бәйле иҫәпләнелгән район коэффициентының һәм хеҙмәт хаҡына өҫтәмә проценттың иң түбән эш хаҡы составына индерелмәүе тураһында аңлатма бирә.

РФ Конституция Суды үҙенсәлекле климат шарттарында, шул иҫәптән Алыҫ Себер һәм уға тиңләштерелгән ерҙәрҙә эшләүгә бәйле иҫәпләнелгән район коэффициентының һәм хеҙмәт хаҡына өҫтәмә проценттың иң түбән эш хаҡы составына индерелмәүе тураһында аңлатма бирә.

Конституция суды үҙенсәлекле климат шарттарында эшләгәндәрҙең хеҙмәт хаҡы минималь хеҙмәт хаҡы күләменән кәмерәк булмаҫҡа тейеш, тигән ҡарар сығарҙы. Эш биреүсе ошо талапты үтәгәндән һуң ғына район коэффициенты һәм өҫтәмә процент билдәләнергә тейеш.

Кире осраҡта үҙенсәлекле климат шарттарында эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең бер айлыҡ хеҙмәт хаҡы ыңғай климатлы төбәктәрҙә эшләгәндәрҙең хеҙмәт хаҡынан айырылмаҫ ине.

Шулай, үҙенсәлекле климат шарттарында эшләү сәбәпле юғары хеҙмәт хаҡы алыу - асылһыҙ, имен булмаған шарттарҙа йәшәгән һәм эшләгән граждандарҙың юғары сығымдарын компенсациялау хоҡуҡтары үтәлмәгән булыр ине. Дәүләттең хеҙмәт хаҡын түләү тармағын ошондай хоҡуҡи көйләү бурыстары үтәлмәҫ, эшселәргә эш хаҡы хеҙмәт шарттарын иҫәпкә алып билдәләнмәгән, тигеҙлек һәм ғәҙеллек конституцион принциптары ла боҙолған булыр ине.

МРОТ-ҡа район коэффициенты һәм процентлы өҫтәмә индерелеүе-индерелмәүе тураһындағы мәсьәлә суд практикаһында төрлөсә хәл ителде. 2016 йылда РФ Юғары Суды район коэффициенты һәм өҫтәмә процент ингән, дөйөм суммаһы МРОТ-тан кәм булмаған эш хаҡы түләүгә рөхсәт бирҙе. Элегерәк РФ Юғары Судының позицияһы башҡараҡ ине.

Әле эш биреүселәргә РФ Конституцион Суды позицияһынан файҙаланырға кәрәк, ул альтернатив варианттарҙы юҡ итте. Хеҙмәт хаҡын хеҙмәт ҡануниәте менән билдәләнгәндән әҙерәк күләмдә түләүселәр өсөн штраф ҡаралған. Вазифалы шәхестәр өсөн-10-20 мең һум, юридик шәхестәр өсөн 30-50 мең һум тәшкил итә.

Р. Ю. ҠЫУАНДЫҠОВ,

район прокуроры ярҙамсыһы.

Читайте нас: