+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
12 Ғинуар 2018, 12:30

Закон боҙоуҙарға юл ҡуйылмаясаҡ

Йыл да 12 ғинуарҙа Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Байрам алдынан район прокуроры, юстицияның өлкән советнигы А.Н. Шукюров менән һөйләшеп, бер нисә һорау бирҙек.

Йыл да 12 ғинуарҙа Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Байрам алдынан район прокуроры, юстицияның өлкән советнигы А.Н. Шукюров менән һөйләшеп, бер нисә һорау бирҙек.

-Асадхан Насраддин улы, йыл башы – үткәненә йомғаҡ яһау, алдағыһына бурыстар ҡуйыу осоро. Структурағыҙҙың уҙған йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре хаҡында һөйләп үтмәҫһегеҙме?

-2017 йылда 148 ғариза, ялыуҙар һәм мөрәжәғәттәр килде. Шуларҙың 47-һе ҡаралыу өсөн башҡа инстанцияларға йүнәлтелде. Прокуратура тарафынан 96 мөрәжәғәт ҡаралды. Шуларҙың 37-һе раҫланды һәм ҡәнәғәтләндерелде. Ошо мөрәжәғәттәрҙең һигеҙе үҙидара органдарының ҡайһы бер эшенең нигеҙһеҙ булыуына бәйле. Ҡәнәғәтләндерелгән 37 мөрәжәғәт буйынса 218 боҙоу асыҡланды: бер эштән башҡа закон боҙоу осраҡтары килеп тыуа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был вазифалы шәхестәрҙең ҡануниәтте белмәүе эҙемтәһе. Атап үтелгән 218 боҙоуҙарҙың 14-е урындағы үҙидара органдарының эш итеүенең законһыҙ булыуына бәйле.

-Был боҙоуҙар буйынса ниндәй саралар күрелде?

-Асыҡланған боҙоуҙар буйынса 10 протест, 21 тәҡдим ҡулланылды, граждандар һәм йәмғиәт мәнфәғәттәрен яҡлаусы 68 дәғүә ғаризаһы судҡа йүнәлтелде. Ике киҫәтеү яһалды, йәғни, әлегә боҙоуҙар булмаған, әммә бының өсөн этәргестәр бар. Шулай, эске тәртип буйынса эш биреүсе эш хаҡын, әйтәйек, айҙың 10-ында түләргә тейеш. 20-һенә эш хаҡы күсерелмәгән, тик боҙоу ваҡыты әлегә етмәгән. Беҙ, әгәр эш хаҡы ваҡытында түләнмәһә, ике айҙан һуң РФ Енәйәттәр тураһындағы кодексының 145 статьяһы һәм Административ кодексының 5.27 статьяһы буйынса енәйәти яуаплылыҡҡа тарттыра алабыҙ.

-Ялыуҙар һәм мөрәжәғәттәр килеү динамикаһы ниндәй?

- Мөрәжәғәттәр һаны йылдан-йыл арта. Былтырғының ошо осоро менән сағыштырғанда, прокуратураға 38 мөрәжәғәт килде- был 26,6%-ҡа артты тигәнде аңлата. Ялыуҙар күберәк булһа ла, ҡайһы бер категориялар буйынса күрһәткестәр былтырғынан түбәнерәк. Шулай, 2016 йылда граждандарҙың хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙоу буйынса- 8, 2017 йылда 2 осраҡ булды; торлаҡ хоҡуҡиәтен боҙоу-5, былтыр 8 осраҡ ине. Урындағы үҙидара органдары тарафынан хоҡуҡи акттарҙы төҙөгәндә боҙоуҙарҙың артыуы күҙәтелә. Быға ауыл советтары, район хакимиәте ҡабул иткән нәҡ граждандарҙың мәнәфәғәттәренә ҡағылышлы хоҡуҡи акттар инә. Бындай ике акт төҙөлдө, былтыр улар булманы. Мәҫәлән, миграция ҡануниәте үтәлешен тикшергәндә бер нисә ҡарарҙың боҙоуҙар менән ҡабул ителеүе асыҡланды. Прокурорҙың протесы буйынса был законһыҙ ҡарарҙар ғәмәлдән сығарылды. Бәлиғ булмағандарҙың мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын үтәү тармағында 5 боҙоу асыҡланды (2016 йылда ла бишәү ине). Үтәтеү производствоһы буйынса ете боҙоу асыҡланды (2016 йылда-12).

Һүҙемде йомғаҡлап, түбәндәгеләрҙе әйткем килә: 143 мөрәжәғәт ҡаралды (2016 йылда-106), былтырғы менән сағыштырғанда 27,97%-ҡа күберәк. Дөйөм алғанда, 1038 боҙоу асыҡланды, 107 протест белдерелде, 200 дәғүә ғаризаһы судҡа йүнәлтелде, 250-е тәҡдим ителде (былтырғы менән сағыштырғанда -215). 250 тәҡдим буйынса 279 кеше йәлеп ителде. 2017 йылда беҙҙең инициатива буйынса 80 кеше яуаплылыҡҡа тарттырылды. Йәнә 6-һы административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, йәғни штраф һалынды.

- Прокуратура суд приставтарының һәм полиция хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеген дә күҙәтә. Был структураларҙа боҙоуҙар булғаны бармы?

- Граждандарҙың ғаризаларын, мөрәжәғәттәрен ҡарағанда хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан 121 боҙоуға юл ҡуйылған. Шуларҙың 15-е -тикшереү комитетының вазифалы шәхестәре (тикшереүселәр) тарафынан, 34 боҙоу- Эске эштәр министрлығы бүлеге тикшереүселәре, 69- тәүтикшереү органдары (участка уполномоченныйҙары ла инә), суд приставтары хеҙмәте-1, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 2 закон боҙоу осрағы булыуы теркәлде.

Тикшереү комитеты буйынса асыҡланған боҙоуҙар буйынса эш ҡуҙғатыуға ҡаршы килеү тураһындағы 2 ҡарар кире ҡағылды. Ҡануниәтте үтәүҙәге боҙоуҙарҙы юҡ итеү буйынса 2 талап индерелде, улар ҡаралды һәм ҡәнәғәтләндерелде. Шулай, статьяның квалификацияһын кәметеү юлы менән бер енәйәт йәшереп ҡалынған. Тикшереү ғәйепте 118 статьяның 1 өлөшө буйынса таныған- 3 йылғаса иректән мәхрүм итеү төрөндәге яза бирергә булған, прокурор бының менән ризалашманы һәм был ҡылыҡты 111 статьяның 1 өлөшө буйынса тикшерҙе (аңлы рәүештә енәйәт ҡылыу), уның буйынса 8 йылғаса иректән мәхрүм итеү ҡаралған.

Дөйөм алғанда, прокуратура тарафынан тикшереүселәрҙең һәм тәүтикшереүселәрҙең енәйәт эштәрен ҡуҙғатыуға ҡаршы килеү буйынса 53 законһыҙ ҡарары кире ҡағылды. Шуларҙың 2-һе- тикшереү комитеты хеҙмәткәрҙәре, 10-һы-Эске эштәр министрлығы бүлектәре тикшереүселәре, 39-ы- тәүтикшереү органдары, 2-һе- Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан.

-Йыл башында беҙ һәр саҡ пландарҙы билдәләйбеҙ. Прокуратура тик “сигналдар” һәм ялыуҙар буйынса ғына эшләйме?

-Эш планын беҙ генераль прокуратура йөкләмәһе буйынса һәм үҙ тикшереүҙәребеҙҙең ҡарарҙарынан сығып төҙөйбөҙ. Тәү сиратта граждандарҙың хеҙмәт мөнәсәбәттәре тармағындағы хоҡуҡтары боҙолоуға, эш хаҡын ваҡытында түләмәүгә иғтибар бирәбеҙ, «конверттағы” эш хаҡтары ла иғтибарыбыҙҙан ситтә ҡалмай. Йәтим балаларҙың торлаҡ хоҡуҡтары мәсьәләләре лә мөһим. Тәбиғәтте һаҡлау тармағы ла айырыуса контролдә торасаҡ.

-Байрам алдынан хеҙмәткәрҙәрегеҙгә теләктәрегеҙ?

-Хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы, коллегаларымды һөнәри байрамыбыҙ- Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым. Сәләмәтлек, еңел булмаған хеҙмәттәрендә уңыштар, ғаилә именлеге, бәхет теләйем!

-Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Асадхан Насраддин улы, үҙегеҙгә лә, коллегаларығыҙға ла уңыштар юлдаш булһын.

Гәрәй ХӘЛИТОВ әңгәмәләште.
Читайте нас: