+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
16 Ғинуар 2018, 11:59

Хәүефһеҙлегебеҙ – уларҙың ҡулында

Ошо көндәрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Фёдоровка районы бүлегенең йомғаҡлау кәңәшәмһе булды. Отчет менән бүлек начальнигы, полиция подполковнигы Хөсәйенов Валерьян Илфат улы сығыш яһаны.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Фёдоровка  районы бүлеге начальнигы, полиция  подполковнигы Хөсәйенов Валерьян Илфат улы
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Фёдоровка районы бүлеге начальнигы, полиция подполковнигы Хөсәйенов Валерьян Илфат улы
Ошо көндәрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Фёдоровка районы бүлегенең йомғаҡлау кәңәшәмһе булды. Отчет менән бүлек начальнигы, полиция подполковнигы Хөсәйенов Валерьян Илфат улы сығыш яһаны.

-Рәсәй Эске эштәр министрлығының Фёдоровка районы бүлегенең 2017 йылдың 12 айы эсендәге оператив-хеҙмәт эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, Рәсәй Федерацияһы Президенты, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте, Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлыҡтары ҡуйған бурыстарҙы һәм директив талаптарҙы үтәү буйынса ойоштороу һәм практик саралар комплексының бойомға ашырылыуы, шулай уҡ Рәсәй Эске эштәр министрлығының 2014-2016 йылдарҙа бүлексә эшен инспекциялағанда асыҡланған кәмселектәрҙең бөтөрөлөүе хаҡында әйтеп үтергә кәрәк.

2017 йыл дауамында хеҙмәттәрҙең һәм подразделениеларҙың төп көсө оператив- хеҙмәт эшмәкәрлеген артабан камиллаштырыуға, ҡуйылған бурыстарҙы хәл итеүҙә эске резервтарҙы тулыһынса файҙаланыуға, граждандарҙың ышанысын арттырыуға йүнәлтелде,- тине Валерьян Илфат улы.

Начальниктың сығышынан 2017 йылдың 12 айы һөҙөмтәләре буйынса район территорияһында үлтереүҙәр теркәлмәүе, үлемгә килтерерлек сәләмәтлеккә ауыр зыян килтереү, юлбаҫарлыҡ, хулиганлыҡ, ут төртөү осраҡтары, баҡса йорттарынан һәм дачаларҙан урлашыуҙар булмауы, үлем осрағы менән тамамланған юл-транспорт хәрәкәттәре теркәлмәүе тураһында билдәле булды.

Теркәлгән урлашыуҙар һанының кәмеүе1 (-4), автомототранспорттан урлашыуҙар-2 (-2) күҙәтелә. Иҫерек килеш енәйәттәр ҡылыу осраҡтары кәмене-72 (-15).

Туҡтатылған эштәр һаны- 33 (-10), енәйәт эштәре иҫәбе кәмене (былтырғы менән сағыштырғанда -23,3%), шуларҙың 23 (-7) буйынса алдан тикшереү мотлаҡ, алдан тикшереү мотлаҡ булмаған-10 (-3).

2017 йылдың 12 айы һөҙөмтәләре буйынса, ҡылынған ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәр һаны артты- 16 (+3) (+23,1 %). Сәләмәтлекә ауыр зыян килтереү - 3 (+3), көсләүҙәр-1 (+1) осраҡтары артты.

-Дөйөм енәйәти мутлашыуҙарҙы, магазиндарҙан, базаларҙан, келәттәрҙән урлашыуҙарҙы, мал урлауҙы асыҡлау буйынса эште кире яҡтан билдәләп үтке килә,- тип дауам итте докладсы. – Ҡоралдың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы тороу буйынса эш тейешле кимәлдә алып барылмай, үткән йылғы һөҙөмтәләр буйынса бындай 2 (-3) осраҡ асыҡланды, ҡорал ҡулланып ҡылынған 1 енәйәт теркәлде, ул әле булһа асыҡланмаған.

Үҙенең сығышында Валерьян Илфат улы бүлек хеҙмәттәре һәм подразделениелары эшендә айырым туҡталып китте.

2017 йылда тикшереүселәр төркөмө 37 (-5) енәйәт эшен тикшерҙе, был 11,9 процентҡа әҙерәк, судҡа ғәйепләү һығымтаһы менән 37 (-5) енәйәт эше ебәрелде.

Үткән осорҙа тәүтикшереүселәр ҡарамағында булған енәйәт эштәре һаны кәмене (63/-5), шуларҙың 6 (-3) РФ Енәйәт-процессуаль кодексы тарафынан билдәләнгән ваҡыттан алда тикшерелде. Өҫтәмә тәүтикшереү өсөн ҡайтартылған эштәр һаны 1 (-1). Ғәйепте кире ҡағыу буйынса эштәр ҡаралманы.

Енәйәтселәрҙе эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәренең оператив хеҙмәт эшмәкәрлеге күрһәтеүенсә, 2017 йылда улар тарафынан асыҡланған енәйәттәр һаны кәмене һәм 36 (-7) тәшкил итте. Бер уполномоченныйға 9 асыҡланған енәйәт эше тура килә (БР буйынса был күрһәткес 10,6 енәйәт тәшкил итә).

2017 йылда бүлектең иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы тороу төркөмө менән иҡтисади йүнәлештәге 2 (-2) енәйәт асыҡланды, бер уполномоченныйға 2 асыҡланған енәйәт эше тура килә (БР буйынса 3,7 енәйәт).

Бынан тыш, иҡтисади тармаҡта түбәндәге баһалау критерийҙары буйынса ла эш тейешле кимәлдә ойошторолмаған:

-күпме кешегә ҡарата коррупция йүнәлешендәге ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәр буйынса ҡуҙғатылған енәйәт эштәре судҡа ебәрелгән булыуы;

- күпме кешегә ҡарата иҡтисади йүнәлештәге ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәр буйынса ҡуҙғатылған енәйәт эштәре судҡа ебәрелгән булыуы.

Дежур часы эшен анализлау күрһәтеүенсә, уның тәүлек эсендә енәйәттәрҙе асыҡлауҙы һәм тикшереүҙе ойоштороу буйынса ҡуйылған бурыстары тейешенсә үтәлә.

2017 йылда полицияның участка уполномоченныйҙары 55 (-16) енәйәтте асыҡлаған. Асыҡланған енәйәттәр һаны буйынса полицияның 1 участка уполномоченныйына 5,5 енәйәт тура килә.

Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор тарафынан (5/+2) енәйәт асыҡланған. 1 инспекторға көсөргәнеш 5 енәйәт тәшкил итә.

2017 йылда миграция мәсьәләләре буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре тарафынан 86 административ протокол төҙөлгән, 1 хеҙмәткәргә 43 протокол тура килә.

ЮХХДИ бүлексәһе тарафынан район биләмәһендә хәүефһеҙ юл хәрәкәттен тәьмин итеү маҡсатында күп эш башҡарылған. Үткән йылда район юлдарында ун юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде, уларҙа бер кеше һәләк булды һәм 11 (-3) кеше тән йәрәхәттәре алды.

Эске эштәр бүлегенең штаб һәм кадрҙар хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлеге ярайһы ғына яҡшы булды.

Кәңәшмәлә шулай уҡ БР Эске эштәр министрлығы УОД начальнигы урынбаҫары Р.А. Хәсәнова, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Э.Н. Сәлишев, район прокуроры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, прокурор урынбаҫары И.М. Сәйфуллин да ҡатнашты һәм сығыш яһаны.

Эске эштәр министрлығының Фёдоровка районындағы бүлеге начальнигы В.И. Хөсәйеновтың сығышы ваҡытында БР Эске эштәр министрлығы идаралығы вәкиле Р.А. Хәсәнова уға етди яуаптар биреүҙе талап иткән һорауҙар бирҙе. Бүлектәр начальниктары һәм район полицияһы бүлексәһе етәксеһе уларға тулы яуап бирҙе.

Гәрәй ХӘЛИТОВ әҙерләне.


Читайте нас: