-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
16 Февраль 2018, 16:05

Һөймәгәнгә һөйкәлмә

БР Сәрлебаш район-ара суды тарафынан гражданин Р-ны үлтереү менән янап көсләргә маташыуҙа ғәйепләү буйынса енәйәт эше ҡаралды.

Суд асыҡлауынса һәм эш материалдарынан күренеүенсә, 2017 йылдың 16 ноябрендә бергәләп спиртлы эсемлектәр эскәндән һуң улар менән бергә булған бер кеше йоҡларға ятҡас, гражданин Р. гражданка Г. менән енси мөнәсәбәткә инергә булған. Ҡыҙ быға ҡаршы булған, киреләнгән, уны этеп тороп ҡасырға маташҡан. Көслө егет уның үтенестәренә иғтибар ҙа итмәйенсә, ҡыҙҙың тәненә һәм башына һуҡҡан.Уны үлтереү менән янап, быуа башлаған. Әммә Р.-ның енәйәти уйы барып сыҡмаған.

Ҡыҙ менән бергә тороусы М. Р.-ға енәйәт ҡылырға бирмәгән. Енәйәтсе сығып киткән.

Суд ултырышында ғәйепләнеүсе үҙенең ғәйебен тулыһынса таныны. Эште ҡарау һөҙөмтәһендә ул РФ Енәйәттәр тураһындағы кодекстың 131 статьяһы 2-се өлөшө “б” пункты, 30 статьяһы 3-сө өлөшөндә ҡаралған енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип танылды. Уға элекке үтәлеп бөтмәгән суд ҡарарын да иҫәпкә алып, 4 йыл да 4 айға дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәреп, иркенән мәхрүм итеү рәүешендәге яза билдәләнде.

Суд ҡарары законлы көсөнә инмәне әле.


О. МАЛАХОВА,

судья ярҙамсыһы.
Читайте нас: