РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 32.2 статьяһына ярашлы, административ яуаплылыҡҡа тарттырылған шәхес, административ штраф һалыныу тураһындағы ҡарар сығарылғандан һуң алтмыш көндән дә һуңламайынса, йәиһә РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 31.5 статьяһында ҡаралған административ штраф түләү ваҡытын кисектереү срогы үткәндән һуң түләргә тейеш.
Административ яуаплылыҡҡа тарттырылған шәхес административ штраф түләүе хаҡындағы документтың күсермәһен ҡарар сығарыусы шәхескә йүнәлтә. Атап үтелгән документ булмаған осраҡта, ҡарар сығырыусы был туралағы документтарҙы административ штрафты федераль законда ҡаралған тәртиптә түләтеү өсөн пристав- башҡарыусыға ебәрә.
Сара сиктәрендә штраф рәүешендәге административ язаға тарттырылыусылар һәм ҡануниәттә ҡаралған ваҡытта уны түләмәүселәр РФ Административ хоҡуҡ нормаларын боҙоуҙар тураһындағы кодексының 20.25 статьяһының 1 өлөшө буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Санкциялар буйынса түләнмәгән штраф икеләтә күләмдә түләтелә, ләкин бер мең һумдан да кәм түгел, шулай уҡ мотлаҡ эштәр, йәиһә административ ҡулға алыу ҡаралған.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Фёдоровка районындағы бүлексәһенең административ ҡануниәтте үтәү документтарын алып барыусы.