-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
16 Март 2018, 11:14

Шундай хеҙмәт бар

Март уртаһында енәйәти- үтәтеү инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. БР буйынса Рәсәй билдәләнгән язаларҙы үтәтеү хеҙмәте федераль идаралығының Мәләүез муниципаль-ара филиалы Стәрлебаш район-ара суды менән бер бинала урынлашҡан. Өлкән инспектор, эске хеҙмәт майоры С.Ғ. Дашкин беҙгә интервью бирҙе һәм был хеҙмәттең аныҡ эшмәкәрлеге тураһында бәйән итте.

Беҙ иректән мәхрүм ителеүгә бәйле булмаған хөкөм итеү эшен башҡарабыҙ. Уға шартлыса ғәйепләнеү, мотлаҡ, холоҡ төҙәтеү эштәре, иркенән сикләү һәм өйҙән сығыуҙы сикләү инә. Шулай уҡ билдәле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүҙе тыйыу төрөндә ғәйепләүҙе бойомға ашырабыҙ.

Күпселектә был осраҡта шартлыса язаға тарттырылғандар ғәйепләнә. Бөгөнгә район буйынса йәмғиәттән аралауға бәйле булмаған язаға тарттырылған 35 кеше иҫәптә тора. Шартлы язаға тарттырылыусы- суд тарафынан һынау ваҡыты билдәләнеп, уның дауамында үҙенең холҡо төҙәлеүен иҫбатларға тейеш. Әгәр хөкөмдө үтәү барышында хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлһә, инспекция был язаны реаль язаға алмаштырырға хоҡуҡлы.

Мотлаҡ эштәр төрөндәге язаны 10 кеше үтә. Уның сиктәрендә төп эшмәкәрлегенән, уҡыуынан һуң, язаға тарттырылыусы бушлай йәмәғәт- файҙалы эш менән шөғөлләнергә тейеш. Ғәҙәттә, хөкөмгә тарттырылыусылар йәшәгән урындарында ауыл биләмәһендә мотлаҡ эштәр башҡара.

Холоҡ төҙәтеү эштәре- был төр язаға ғәҙәттә алиментыслар тарттырыла. Беҙҙә иҫәптә ете кеше. Улар урындағы үҙидара органдары енәйәти- үтәтеү инспекцияһы менән килешкән урындарҙа эшләй ала.

Ғәйепләнеүсегә суд иркенән сикләү язаһын биргән икән, ул билдәле ваҡытта өйөнән сыға алмай, билдәле урындарға барырға рөхсәт ителмәй, муниципаль райондан ситкә сығыу, халыҡ күпләп йыйылған урындарға барыу тыйыла. Ундайҙар 12 кеше.

Өйҙән сығыуҙы тыйыу- суд был сараға ғәйепләнеүсегә торлағын ташлап сығырға рөхсәт итмәү осрағында тарттыра. Ундайҙар районда юҡ.

-Хөкөм ителеүселәр теркәүгә йыш киләме?

-Шартлыса хөкөм ителеүселәр билдәләнгән көндәрҙә инспекцияға теркәлергә килергә тейеш. Әммә хөкөмгә тарттырылыусыларҙың яза үтеү тәртибен боҙған осраҡтары ла була. Шулай, мәҫәлән, 2018 йылда судта ҡаралған бурыстарын үтәмәгән һәм йәмәғәт тәртибен бер нисә тапҡыр боҙған өсөн гражданин Х.-ға шартлыса хөкөм ителеү буйынса судҡа ҡағыҙ ебәрелде һәм суд билдәләгән хөкөм буйынса эшен ҡараны. Гражданин Х. шартлыса хөкөм ителеүҙән 5 йылға иркенән мәхрүм ителде.

-Коллегаларығыҙға теләктәрегеҙ?

-Коллегаларымды һөнәри байрамыбыҙ менән ихлас ҡотлайым, тыныс хеҙмәт, бер-береһенә ярҙам итеп эшләүҙәрен, һөнәри һәм карьера буйынса үҫеүҙәрен теләйем.

-Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Салауат Ғаяз улы. Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын.
Читайте нас: