0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
20 Апрель 2018, 11:35

Бер ҡасан да юғалмай торған “паспорт”

Дактилоскопия- һәр кешенең бармаҡ битендәге һыҙыҡтарҙы, папилляр рәсемдәрҙе өйрәнеүсе фән. Ул сит илдә граждандарҙы теркәгәндә киң ҡулланыла. Беҙҙә нисек һуң? Аңлатма һорап, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Фёдоровка районындағы миграция мәсьәләләре буйынса бүлексә начальнигы И.Т. Исмәғилевҡа мөрәжәғәт иттек.

-Илнар Тимербай улы, дактилоскопия тураһында һөйләп китмәҫһегеҙме?

-Һәр кемдең бер ҡасан да юғалмаясаҡ һәм онотолмаясаҡ “паспорты” бар. Был бармаҡтар бите. Кешенең бармаҡ эҙҙәре - үҙенсәлекле документ, уны урлап та, яһап та булмай. Нәҡ шуның өсөн дактилоскопик теркәү булдырылған, ул кешенең бармаҡ рәсемдәренең папилляр биҙәктәре үҙенсәлектәре һәм шәхестең үҙе тураһында мәғлүмәт алырға ярҙам итә.

-Теркәүҙең маҡсаты ниҙән ғибарәт?

-Ирекле дактилоскопия процедураһы бик мөһим. Уны үткәреү маҡсаты- кешенең мәнфәғәттәрен яҡлау, уның законлы хоҡуҡтарын, сәләмәтлеген һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Кеше бәхетһеҙ осраҡтарҙа ҡорбан булғанда, документтарһыҙ шәхесте асыҡлап булмай, ә дактилоскопик мәғлүмәт бында ҙур ярҙам күрһәтә. Шуға ла бындай теркәү граждандың үҙе өсөн мөһим. Мәҫәлән, өлкән йәштәге кеше магазинға сыҡҡан, үҙе менән документтарын алмаған, юлда уның хәле насарайып киткән, аңһыҙ хәлдә дауаханаға килтерелгән. Әгәр мәғлүмәттәр базаһында уның бармаҡ эҙҙәре булмаһа, туғандарына уны табыу өсөн күп йөрөргә тура киләсәк. Әгәр ул исем-шәрифен һәм йәшәгән урынын онотһа, әгәр ул яңғыҙ булһа? Ул билдәһеҙ булып ҡалырға мөмкин.

-Дактилоскопияны теркәү өсөн ниндәй документтар кәрәк?

-Ирекле дактилосокпия процедураһын үтеү өсөн Эске эштәр министрлығының Фёдоровка районындағы бүлексәһенә билдәле өлгөләге ғариза яҙырға кәрәк. Ғариза менән бергә түбәндәге документтарҙы бирергә: Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорты, 14 йәшкә етмәгән РФ граждандары өсөн - тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ, уллыҡҡа алыу фактын раҫлаусы документ- уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алған кеше ғариза биргәндә; баланы опекаға алыу фактын раҫлаусы документ- опекун опекаға алынған балаға ҡарата ғариза биргәндә; попечителлек фактын раҫлаусы документ- попечитель уның попечителлегендәге балаға ҡарата ғариза биргәндә тапшырыла.

-Был процедура оҙаҡ барамы, күпмегә төшәсәк?

-Барыһы ла гражданин мөрәжәғәт иткән көндә эшләнә һәм 40 минут ваҡытты аласаҡ, шунан уға ирекле дәүләт дактилоскопия теркәүен үтеү тураһында белешмә бирелә.

Был хеҙмәт бушлай һәм гражданиндың ирекле ризалығы буйынса эшләнә.

-Ентекле аңлатыуығҙ өсөн рәхмәт, Илнар Тимербай улы.
Читайте нас: