+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
18 Май 2018, 11:16

Документың юҡ икән - йәйәү йөрө

Йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәүен киҫәтеү буйынса ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан үткәрелгән даими профилактик саралар ыңғай һөҙөмтә бирә.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йәйәүлеләрҙең күпселеге юлдарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә әһәмиәт бирмәй. Дүрт ай эсендә район территорияһында төрлө боҙоуҙар өсөн 110 йәйәүле административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Уларға инә: тротуар булғанда ла оло юлдан йөрөү, тейеш булмаған урында юл аша сығыу, транспорт менән бер йүнәлештә оло юлдан барыу, ҡараңғы ваҡытта кейемдә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтарҙың булмауы. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең ошо талаптары йыш ҡына балалар, өлкәндәр тарафынан да үтәлмәй.

Тракторсы-машинист таныҡлығынан тыш, теләһә ниндәй категориялы РФ водитель таныҡлығы булғанда мопед йәиһә скутер менән идара итеү рөхсәт ителеүен иҫегеҙгә төшөрөп үтәм. “М” категориялы таныҡлыҡҡа 16 йәшкә еткән, белем алған һәм транспорт сараһы менән идара итеү рөхсәт ителеүе тураһындағы медицина белешмәһе булған һәр кем эйә. Был хаҡтағы тулыраҡ мәғлүмәтте Эске эштәр министрлығының, ЮХХДИ һәм Дәүләт хеҙмәтенең рәсми сайттарында алырға була.

Скутер йәиһә мопед менән идара иткәндә ҡағиҙәләр боҙған өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған. Водитель таныҡлығы булмағанда – 5-15 мең һумғаса штраф (РФ КоАП 12.7 статьяһы), шул уҡ ваҡытта водитель идара итеүҙән мәхрүм ителә, ә транспорт сараһы ҡулға алына. Таныҡлығы булған водитель иҫерек килеш транспорт сараһын йөрөткән, йәиһә водитель медицина тикшереүен үтеүҙән баш тартҡан осраҡта 1,5-2 йылға тиклем транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғын юғалта һәм уға 30 мең һум штраф (РФ КоАП 12.8 статьяһының 1 өлөшө, 12.26 статьяһының 1 өлөшө) һалына. Водитель таныҡлығы булмаған осраҡта 15 тәүлеккәсә административ ҡулға алыу (РФ КоАП 12.8 статьяһының 3 өлөшө, 12.26 статьяһының 2 өлөшө) ҡаралған. Ике осраҡта ла водитель идара итеүҙән мәхрүм ителә, ә транспорт сараһы махсус туҡталҡаға ҡуйыла. “Тимер ат” менән тейешле категориялы хоҡуғы булмайынса тороп идара иткән шәхескә РФ Административ Енәйәттәр тураһындағы кодексының 12.7 статьяһының 3 өлөшөнә ярашлы, 30 мең һум күләмендә штраф рәүешендәге административ яуаплылыҡ ҡаралған.

Д. СӘҒИТОВ,

Рәсәй Эске эштәр министрлығы Федоровка районы бүлеге ЮХХДИ бүлексәһе начальнигы,

полиция майоры.

Читайте нас: