-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
22 Май 2018, 12:47

Яман һүҙ - йән ғазабы

Тикшереү практикаһында енәйәт ҡылыныуы тураһында ялған хәбәр өсөн граждандарҙы енәйәт яуаплылығына тарттырыу осраҡтары артты.

2018 йылдың 8 февралендә районыбыҙҙың Д. ауылында гражданин Г. гражданин М.ға шәхси дошманлыҡ мөнәсәбәттәренән М. енәйәт ҡылды, тигән яҙма ғариза менән мөрәжәғәт итте. Унда ул аңлы рәүештә, был ҡылыҡтың законһыҙлығын аңлай тороп, торлағынан милке урланыуы тураһында хәбәр итә. Был мөрәжәғәте менән ул Рәсәй Эске эштәр министрлығы Федоровка районы бүлеге хеҙмәткәрҙәрен алдай.

Әлеге ғариза мәғлүмәттәрен тикшереү һөҙөмтәләре буйынса енәйәт асыҡланмағас, енәйәт эше ҡуҙғатылманы.

Үҙ ҡылыҡтары менән Г. енәйәт ҡылды- гражданинды ауыр енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләп, ялған ошаҡ яҙҙы. Ғариза биреүсегә ғәйепле булыуы белдерелде. Гражданинға ҡарата раҫланған ғәйепләү һыҙымтаһы нигеҙендә енәйәт эше асылды һәм Федоровка район судына ебәрелде.

Был енәйәт өсөн статья санкцияһы 100 мең һумдан 300 мең һумға тиклем тәшкил итә, шулай уҡ ғәйепләнеүсенең бер йылдан ике йылғаса осорҙағы эш хаҡы йәиһә башҡа килеме күләмендә штраф һалыу, йәиһә өс йылға тиклем ваҡытҡа мәжбүри эштәргә йәлеп итеү, иркенән мәхрүм итеү ҡаралған.


Р. ФӘЙЗУЛЛИН,

Рәсәй Эске эштәр министрлығы Федоровка районы бүлеге начальнигы урынбаҫары- тикшереү төркөмө начальнигы.
Читайте нас: