-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
25 Май 2018, 11:27

Иғтибар һәм уяулыҡ ҡамасауламаҫ

Йәй башлана, тимәк, районыбыҙҙа ҡунаҡтар һәм ял итеүселәр һаны ла артасаҡ. Шул иҫәптән йәнә бер тапҡыр террористик хәүеф хаҡында иҫкәртеп үтәбеҙ.

Террористик акттарҙы ойоштороусыларҙың төп маҡсаты- кешеләрҙең ғүмере һәм сәләмәтлеге. Террор ваҡытында кеше ҡорбандары һаны арта, террорсылар ҡанһыҙ ҡыйлана. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Федоровка районы бүлеге хеҙмәткәрҙәре терроризмға ҡаршы тороу буйынса профилактик эш үткәрә. Быға ойошмаларҙа, мәктәптәрҙә һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында терроризмға ҡаршы әңгәмәләр инә. Автобус водителдәренә транспорт саралары салондарын, төптәрен, багаж бүлектәрен хужаһыҙ, шикле әйберҙәрҙән тикшереү, автобус пассажиры булмаған билдәһеҙ граждандарҙан багаж, пакеттар һәм башҡа предметтар алмау, автовокзал һәм автостанцияларҙан тыш башҡа урындарҙан пассажирҙар ултыртмау зарурлығы тураһында мәғлүмәт еткерелә. Линияға сығыр алдынан автобус водителдәренә мәжбүри рәүештә юл ҡағыҙында һәм инструктаж журналында тамға ҡуйылып, инструктаж үткәрелә. Тикшереүҙәр ваҡытында салондар, багаж бүлектәре һәм автобус төптәре уларҙа шартлаусы матдәләр юҡлығына, автобус салонында шикле әйбер табылғанда пассажирҙар үҙҙәрен нисек тоторға тейеш булыуы тураһындағы белешмә ҡағыҙҙарының барлығы тикшерелә.

Уяу булырға, йәмәғәт урындарында ҡалдырылған сумкаларға, пакеттарға, шикле күренгән автомобиль транспортына иғтибар итергә кәрәк. Шикле әйберҙәр, торлаҡ зоналарҙа оҙаҡҡа ҡалдырылған транспорт сараһы асыҡланған осраҡта 2-29-66 телефоны буйынса йәиһә яҡындағы полиция нарядына мөрәжәғәт итергә кәрәк.


А. ШЕШЛЮКОВ,

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Федоровка районындағы бүлегенең енәйәттәр эҙләү оперуполномоченныйы.
Читайте нас: