+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
22 Июнь 2018, 11:05

Таныҡлыҡтың булыуы мотлаҡ

Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, мопедтар һәм скутерҙар механик транспорт саралары булып тора. Бындай транспорт менән идара итеүсе водителдәр юл тамғалары, һыҙаттары, тиҙлек режимы, тыҡрыҡтан үтеү талаптарын үтәргә, шулай уҡ “М” категорялы водитель таныҡлығы булырға тейеш.

Мопедтар һәм скутерҙар менән тракторсы-машинист таныҡлығынан башҡа, РФ төрлө категориялы водитель таныҡлығы булғанда идара итеү мөмкин. Таныҡлыҡтың икенсе яғында таблицала “М” категориялы юлында “ML” тамғаһы булғанда, медицина күрһәтмәләре буйынса мопед һәм скутер менән идара итеү тыйыла.

“М” категорияһы таныҡлығын 16 йәш тулғас алырға мөмкин. Бының өсөн уҡырға һәм идара итеүгә яраҡлыҡ тураһында медицина тикшереүе үтергә кәрәк. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт Эске эштәр министрлығының, ЮХХДИ-ның рәсми һәм Дәүләт хеҙмәттәр сайтында яҙылған.

Скутер һәм мопед менән идара иткәндә боҙоуҙар өсөн 5 мең һумдан 15 мең һумғаса штраф менән административ яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған.

Иҫерек килеш идара иткән, йәиһә медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан таныҡлығы булған водитель 1 йылдан 2 йылғаса хоҡуҡ ҡағыҙынан мәхрүм ителә һәм уға 30 мең һум штраф һалына. Шундай уҡ осраҡта, әммә таныҡлығы булмағанда, 15 тәүлеккәсә административ ҡулға алыу ҡаралған. Ике осраҡта ла водитель идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителә, ә транспорт сараһы махсус туҡталҡаға урынлаштырыласаҡ.

Бәлиғ булмаған бала тарафынан атап үтелгән хоҡуҡ боҙоуҙар ҡылынғанда, ата-әсә РФ Административ енәйәттәр тураһындағы кодексының 5.35 статьяһы буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырылырға мөмкин.

Д. СӘҒИТОВ,

ЮХХДИ Фёдоровка районындағы бүлеге начальнигы, полиция майоры.


Оператив фотоға төшөрөү фондынан алынған фото.
Читайте нас: