-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
3 Июль 2018, 11:03

Торлаҡ нормаларға яраҡлы булырға тейеш

Федоровка районы гражданы мөрәжәғәтен ҡарау сиктәрендә, район прокуратураһы урындағы үҙидара органының йәтим, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар категорияһына ингән шәхестәргә торлаҡ биреү тармағында торлаҡ ҡануниәтен үтәүен-үтәмәүен тикшерҙе

Муниципаль район хакимиәте аукцион үткәреп, муниципаль берләшмәлә күп фатирлы йорттан фатир һатып алған һәм торлаҡҡа мохтаж булғандар иҫәбендә торған мөрәжәғәт итеүсегә тәҡдим иткән, әммә торлаҡ тейешле санитария һәм техник талаптарға яраҡлы булмау сәбәпле, гражданин махсуслаштырылған найм килешеүен төҙөүгә ҡаршы килгән һәм покуратураға мөрәжәғәт иткән.

Прокуратура тикшереүе күп фатирлы йортта һәм ундағы дөйөм милектә санитария һәм техник нормаларҙың тейешенсә булмауын асыҡланы. Шул сәбәпле муниципаль район хакимиәтенә асыҡланған боҙоуҙарҙы бөтөрөү талабы менән күрһәтмә тапшырылды.

Бынан тыш, күп фатирлы йорттоң дөйөм милкендә асыҡланған боҙоуҙар факты буйынса идара итеүсе ойошма етәксеһенә РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 14.1.3 статьяһының 2 өлөшө буйынса (лицензия талаптарын боҙоп, күп фатирлы йорттар менән идара итеү буйынса эшҡыуарлыҡ алып барыу) 25 мең һум күләмендә административ штраф һалынып, административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.

Прокуратура тикшереүенән һуң, бөтә вәкәләтле шәхестәр ҙә дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды, боҙоуҙар юҡ ителде.

Р. ҠЫУАНДЫҠОВ,

прокурор ярҙамсыһы.
Читайте нас: