-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
25 Сентябрь 2018, 11:11

Коррупцияға ҡаршы көрәшеү – реаль эштәр

Енәйәт штрафтарын мәжбүри түләтеү – хеҙмәтебеҙҙең мөһим булған һәм язаны юҡҡа сығарыу мөмкин булмау принцибын бойомға ашырыусы йүнәлештәрҙең береһе. Был категория производстволары буйынса суд приставтары ҡануниәттә ҡаралған бөтә саралар комплексын башҡара. Бынан тыш, бурыслылар суд һалған язанан ҡасҡан осраҡта енәйәт штрафтарын алмаштырыу буйынса процессуаль сараларҙы әүҙем файҙалана.

Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәте БР буйынса идаралығының махсус үтәтеү производстволарын үтәү буйынса район-ара бүлектә элекке табипҡа РФ Енәйәттәр тураһцындағы кодексының 290 статьяһында (Ришүәт алыу) һәм 292 статьяһында (Хеҙмәт ялғанлығы) ҡаралған енәйәттәрҙе башҡарғаны өсөн яза төрөндә билдәләнгән 70 мең һум штрафты түләтеү буйынса производство тамамланды. Ҡатын, вазифалы берәмек булараҡ, ришүәт биреүсе файҙаһына законһыҙ ғәмәлдәр башҡарыу өсөн аҡсалата төрҙә ришүәт алған. Бынан тыш, аҡса өсөн, фактик медицина тикшереүе үткәрмәйсә, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы биргән.

Бурыслы асыҡланды һәм суд приставтары бүлегенә килтерелде. Унда уға енәйәт штрафын түләмәгән осраҡта үтәтеүсе штрафты башҡа төрҙәге яза менән алмаштырыуға судҡа йүнәлтәсәге аңлатылды.

Суд приставының бындай аңлатма эше һөҙөмтә бирҙе. Төрмәгә ултырырға теләмәгән ҡатын билдәләнгән штрафты тулы күләмдә түләне. Үтәтеү производствоһы башҡарылыу менән тамамланды.

Икенсе осраҡта, ваҡытында енәйәт штрафын түләмәгән Нефтекама ҡалаһы кешеһе төҙәтеү эштәре төрөндә яза алды.

Гражданинға ҡарата РФ Енәйәттәр тураһындағы кодексының 292 статьяһы 1 өлөшөндә (Хеҙмәт ялғанлығы), 290 статьяһы 5 өлөшө “в” пунктында (Ришүәт алыу) ҡаралған енәйәттәр өсөн 2 млн 530 мең һум күләмендә енәйәт штрафын түләтеү тураһында үтәтеү производствоһы асылды. Ир, водитель кадрҙары әҙерләү өлкәһендә уҡытыу-курс комбинаттарының береһендә (артабан – автомәктәп) вазифалы берәмек булараҡ, ришүәт биреүсе файҙаһына законһыҙ ғәмәлдәр башҡарғаны өсөн 180 мең һум күләмендә аҡсалата төрҙә ришүәт алған. Бынан тыш, аҡса өсөн фактик һәм практик төрҙә уҡыу үтмәгән кешегә водитель профессияһы тураһында таныҡлыҡҡа ҡул ҡуйған.

Хөкөмгә тарттырылған гражданин түләүҙән баш тарҡан. Рәсми рәүештә бер ҡайҙа ла эшләмәгән, арест һалырлыҡ милке лә булмаған.

Шуға бәйле, “Үтәтеү эше тураһында” Федераль законға ярашлы, суд приставы бурыслының штрафын башҡа төрлө яза менән алмаштырыу тураһында күрһәтмә ебәрҙе.

Суд штраф рәүешендәге енәйәт язаһын башҡа төрлө яза менән алмаштырыуҙы нигеҙле тип тапты һәм штрафты эш хаҡының 20 процентын дәүләт иҫәбенә алып ҡалыу шарты менән 2 йылға төҙәтеү эштәре рәүешендәге язаны билдәләне.

Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәте БР буйынса идаралығында 2018 йылдың 7 айы эсендә енәйәт ҡылған өсөн төп яза сифатында билдәләнгән штрафтарҙы түләтеү тураһында 434 үтәтеү эше ҡуҙғатылды. 16 млн 576 мең 827 һумлыҡ 321 үтәтеү эше башҡарылды. Бынан тыш, штрафты башҡа төр яза менән алмаштырыу сәбәпле, 50 үтәтеү эше туҡтатылды.

Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәте БР буйынса идаралығы граждандарҙы үҙ бурыстарын үтәүҙән ҡасмаҫҡа һәм бурыстарын ваҡытында түләргә тәҡдим итә. Бурысығыҙ булыуы тураһында “Үтәтеү эштәре мәғлүмәттәр банкы” Интернет-ресурсы ярҙамында рәсми сайтта, шулай уҡ iphone, android и windowsphone мобиль ҡоролмалары өсөн “Cуд приставтары федераль хеҙмәте” ҡушымтаһы аша белеп була.


Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәте БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: