+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
28 Сентябрь 2018, 11:22

Булғандың ҡәҙерен белегеҙ

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Фёдоровка районы буйынса бүлексәһе район халҡына бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иткәндән һуң да тағы бер киҫәтергә мәжбүр. Сөнки районда шәхси ихаталағы һәм йәмәғәтселек аҙбарҙарындағы малдар юғалыуы дауам итә.

Август аҙағына районда мал урлауҙың һигеҙ факты теркәлде. Бөгөн был енәйәтте ҡылыуға этәргән сәбәптәр һәм шарттар күп. Уларҙың күбеһе объектив булып ҡала һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары компетенцияһына ҡағылмай ҙа. Шулай, статистика буйынса, хужаларҙың үҙҙәренең хәстәрлекһеҙлеге, малдарының торған урындарында һаҡ булмауы, уларҙың хатта яҡтыртылмауы ла мал урланыуҙың төп сәбәбе булып тора. Шулай уҡ хужалыҡтарҙа эшләүсе һаҡсыларҙың һәм малсыларҙың иҫерткес эсемлектәр ҡулланыуы ла быға булышлыҡ итә. Шул уҡ ваҡытта полицияның участка уполномоченныйҙары һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлеге хеҙмәткәҙәре тарафынан ауылдар халҡы менән әңгәмәләр даими үткәрелеп тора, мал урлауҙарға юл ҡуймау тураһында иҫкәртмәләр таратыла.

Мал аҫраусы кешеләрҙән, фермерҙарҙан, төрлө кимәлдәге хужалыҡтар етәкселәренән малдарының именлеген тәьмин итеүгә етди ҡарашта булыуҙарын һорайбыҙ. Малдарҙы бер ҡасан да ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай. Малдар көтөлгән урындарҙа, һарайҙарҙа һәм ялан кәртәләрҙә даими контроль булырға тейеш.

Бөтә булған мал ауыл биләмәһендә иҫәпкә ҡуйылған, уларҙың һәр береһе тамғаланған булырға тейеш, фотоға төшөрөлгән булһа ла яҡшы. Төнгө ваҡытта мал йоҙаҡланған бинала торорға, ялан кәртәләр, һарайҙар яҡтыртыу менән тәьмин ителгән булырға тейеш.

Мал урлаусы кешеләр, енәйәти юл менән табылған итте һатып алыусылар тураһында хәбәрҙар булһағыҙ йәиһә яңылыш ҡына мал урлауҙарына шаһит булһағыҙ, 02,2-29-79, 2-29-66 телефоны аша кисекмәҫтән полицияға хәбәр итегеҙ.

Малығыҙҙың именлеге һеҙҙең үҙегеҙгә, хеҙмәтте ойоштора, мөлкәтегеҙҙе һаҡлау мәсьәләһен етди хәл итә белеүегеҙгә бәйле.


Д. ҠОЛОШЕВ,

Фёдоровка районы буйынса полиция бүлексәһенең участка уполномоченныйҙары һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлеге белгесе.
Читайте нас: