Тормошта йыш ҡына яҡындары наркомания ҡорбаны булғандарҙың туғандары нисек шулай килеп сығыуын аңлай алмай. Әммә бер мәл ҡыҙы йәиһә улы наркотик файҙалана башлауын һиҙеп ҡалған ата-әсә ҙур тетрәнес кисерә. Ғәҙәттә ата-әсәләр ғаиләләрен имен тип уйлай, үҙҙәрен интеллигент тип һанайҙар, балалары абруйлы мәктәптә йәиһә институтта белем ала. Уларҙың балаһы нисек наркоман булып киткән һуң? Ғәҙәттә, шулай килеп сыға, тора-бара үҫмерҙең аралашыу даирәһе киңәйә, күпселектә ата-әсәһенә бик оҡшап бөтмәгән яңы таныштары барлыҡҡа килә. Билдәле бер йәшкә еткәс, бала ата-әсәнең ҡарауына бик мохтаж булмай башлай, улар яйлап оло тормошҡа аяҡ баҫа, мауығыуҙары, таныштары алмашына. Бынан тыш, үҫмерҙәрҙең оло булып күренгеһе килә башлай һәм улар дөрөҫ булмаған, әммә үҙҙәренсә әһәмиәтле тип һанаған ҡылыҡтар эшләй.
Үҫмерҙәр тәү сиратта ата-әсәнән ситләшә, һәм бында үҙҙәренең бойондороҡһоҙлоғон күрә. Ғәҙәттә, улар үҙҙәре һымаҡтарҙы үҙ итә. Наркотик таратыусылар шундайҙарҙың иң яҡшы клиенттар икәнлеген яҡшы белә. Үҫмерҙәргә барыһы ла ҡыҙыҡ, уларҙың яңы нимәне татып ҡарағыһы килә. Әгәр үҫмергә үлән тартып ҡарарға тәҡдим итеүсе өлкән кеше янында булырға тура килһә, күпселеге был тәҡдимдән баш тартмаясаҡ.
Балабыҙҙың тормошонда наркотиктарҙың барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймауҙын берҙән-бер юлы- уның менән аралашыу. Балағыҙ һеҙгә ышана икән, был яҡшы, тормош хәүефлектәренән уны ҡурсалаусы иң һәйбәт ысул шул булып тора. Тормоштағы практика күрһәтеүенсә, ата-әсәләрҙең күпселеге балалары менән дуҫтарса мөнәсәбәттә түгел. Был ауыр, әммә башҡарырлыҡ бурыс, балағыҙ һеҙҙә бойороҡ биреүсе, язалаусы начальникты түгел, абруйлы дуҫын күрһен. Ҡәҙимге тормошта ата-әсәләр проблема килеп тыуғас ҡына уны хәл итергә тотона, ә киҫәтеүе еңелерәк булмаҫ инеме икән. Балағыҙ нормаль, сәләмәт булһын тиһәгеҙ, күп көс, иғтибар һәм ваҡыт һалырға кәрәк буласаҡ.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Фёдоровка районындағы бүлексәһенең бәлиғ булмағандар менән эшләү буйынса өлкән инспектор вазифаһын башҡарыусыһы, полиция лейтенанты.