Фёдоровка районы прокуратураһы Иҫке Михайловка ветеринария участкаһы мөдиренә ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫланы.
Ул РФ Енәйәттәр тураһындағы кодексының 292 статьяһының 1 өлөшөндә ҡаралған енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.Тикшереү версияһы буйынса, быйыл апрелдә ғәйепләнеүсе ит продукцияһын һатыу өсөн кәрәкле 20-нән ашыу ялған ветеринария таныҡлығы биргән. Ысынбарлыҡта ул иттең сифатын һәм хәүефһеҙлеген тикшереү буйынса ҡануниәттә ҡаралған процедураларҙы үткәрмәгән.
Фигуранттың законһыҙ ҡылығын прокуратура асыҡланы һәм енәйәт эше ҡуҙғатты.
Әле күҙәтселек ведомствоһы енәйәт эшен ҡарау өсөн судҡа йүнәлтте.
Фёдоровка районы прокуроры, юстиция өлкән советнигы.