+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
14 Август 2020, 18:01

Августа беҙҙе ниндәй үҙгәрештәр көтә?

Һәр ваҡыттағыса, һәр ай беҙгә яңылыҡтар алып килә. Сираттағы август та ваҡиғаларға бай. Уларҙың ҡайһы берҙәре менән яҡындан таныштырабыҙ.#ЯңыТарифтарХаҡтарҮҙгәрештәр

Һәр ваҡыттағыса, һәр ай беҙгә яңылыҡтар алып килә. Сираттағы август та ваҡиғаларға бай. Уларҙың ҡайһы берҙәре менән яҡындан таныштырабыҙ.

Пенсия артты
Рәсәй Пенсия фонды августа пенсияларҙы яңынан иҫәпләне. Ул граждандарҙың 2019 йылдағы эш хаҡына бәйле. Өҫтәмәләр һәр пенсионерға шәхсән иҫәпләнә.

Былтыр эшләгән пенсионер­ҙарға түләнәсәк өҫтәмәнең иң ҙур күләме 279 һум тәшкил итәсәк. Был аҡсаны алыу өсөн эшләгән пенсионер йыл буйы эшләргә һәм уның хеҙмәт хаҡы 28 700 һумдан да кәм булмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ 1 августан тупланма пенсиялар 9,13 процентҡа артты. Был 80 мең пенсионерға ҡағыла.

Сит ил гражданына эшкә рөхсәтте ғәмәлдән сығаралар
Хәҙер көндөҙгө бүлектә уҡыған сит ил студенттарына эшләү өсөн рөхсәт алыу кәрәкмәй. Был яңылыҡ 5 августан ғәмәлгә инде.

Предприятие ябылғанда эшһеҙ ҡалғандарға түләүҙәр
Фирма, предприятиелар ябылыу сәбәпле эшһеҙ ҡалғандарға өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған. 12 августан Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 178-се статьяһына төҙәтмәләр үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, эштән сығарылған хеҙмәткәргә, яңы эш урыны тапҡансы, предприятиены ябыу процесы тамамланғансы тәүге ике айҙа уртаса эш хаҡы күләмендә компенсация түләнә. Аҡсаны бер юлы, шулай уҡ өлөшләтә лә түләүҙәре ихтимал.

Әгәр ҙә хеҙмәткәр штатты ҡыҫҡартыуға бәйле эшен юғалтһа, был осраҡта ул эшһеҙлек буйынса иҫәпкә ҡуйғанда ташламаға дәғүә итә ала. Эштән ҡыҫҡартылғандан алып 14 көн эсендә мәшғүллек үҙәгенә килергә кәрәк. Был осраҡта ул бер ай эшһеҙ иҫәпләнергә тейеш. Тәүге түләү икенсе ай тамамланғас, 15 көн эсендә киләсәк, ә икенсеһе мәшғүллек үҙәге ҡарары буйынса киләһе айҙың ошо уҡ ваҡытында күсерелә.

Алыҫ Себерҙә һәм уға тиңләштерелгән урындарҙа эшләгән кешеләр эштән киткән көндән алып ярты йыл дауамында пособие алыуға өмөт итә ала. Түләү өсөн төп шарт – күрһәтелгән ваҡытта рәсми мәшғүллек таба алмау һәм эштән сыҡҡан көндән алып ике аҙна эсендә эшһеҙ тип рәсми рәүештә танылыу.

Компанияны япҡан осраҡта, хеҙмәткәр үҙенең уртаса хеҙмәт хаҡын бишләтә күләмендә алыу хоҡуғына эйә. Эштән ебәрелгән хеҙмәткәрҙәргә аҡса түләү осрағы эш биреүсенең предприятиены ябыуы тураһында бирелгән ғаризаһында раҫланасаҡ.

Газға хаҡ артты
Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт бойороғона ярашлы, 1 августан газға хаҡ артты. Документҡа ярашлы, был яғыулыҡ өс процентҡа ҡиммәтләнде.

Газға хаҡ артыуы “Газпром”дың иҡтисади зыян күреүенә бәйле индексациялауға ҡайтып ҡала, быйыл тәүге биш айҙа предприятиеның килеме ике тапҡырға кәмегән. 1 августан газдың күмәртәләп һатыу хаҡы бер мең кубометр өсөн 3728 һум тәшкил итә.

Балалар өсөн түләүҙәр
Августа ла балалы ғаиләләргә коронавирус пандемияһы осорона бәйле ярҙам күрһәтеләсәк. Өс йәшкә тиклем түләнгән биш мең һум аҡсаны юллау буйынса ғаризаны Рәсәй Пенсия фондына ағымдағы йылдың 1 октябренә тиклем бирергә мөмкин.

Августа был аҡсаны балаға 30 июлгә тиклем өс йәш тулмаған балалар аласаҡ, шулай ук апрелдән 30 июлгә тиклем ғариза бирмәгән һәм тейешле пособиены алмағандарға ла тәғәйен хаҡ түләнәсәк.

“ОСАГО”ның яңы тарифтары
24 августан водителдәрҙе страховкалау буйынса яңы тариф индерелде. Ә аварияһыҙ йөрөгәндәр өсөн хаҡтар төштө. Кешеләр өсөн ОСАГО-ның түбән һәм юғары хаҡы 10 процентҡа үҙгәрҙе. Үҙәк банк күрһәтмәһе буйынса, полистың минималь база ставкаһы 2746 һумдан 2471 һумғаса кәмене, ә максималь күләме 4942-нән 5436 һумға тиклем артты.

Автомобиль хужалары өсөн яңы штраф
1 августан техник күҙәтеү үтеүҙе раҫлаған диагностика картаһы булмаған өсөн водителдәргә штраф һалына башланы.
Штраф күләме – ике мең һум. Быға тиклем ул 500-800 һум тәшкил итә ине.
Сығанаҡ - https://bash.rbsmi.ru/
Читайте нас: