-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
3 Сентябрь 2020, 17:59

Пособиелар түләнде

Федоровка районы прокуратураһы шәхси эшҡыуарҙың эшмәкәрлегендә хеҙмәт ҡануниәтенең үтәлешен тикшерҙе.Коммерсанттың ике хеҙмәткәрҙе эштән ҡыҫҡартыуы асыҡланды, әммә ул мәшғүллек үҙәген был хаҡта киҫәтмәгән, хеҙмәткәрҙәргә пособие һәм файҙаланмаған отпуск өсөн йәмғеһе 60 мең һумдан ашыу түләүҙе түләмәгән.#Прокуратура#Пособиелар

Федоровка районы прокуратураһы шәхси эшҡыуарҙың эшмәкәрлегендә хеҙмәт ҡануниәтенең үтәлешен тикшерҙе.
Коммерсанттың ике хеҙмәткәрҙе эштән ҡыҫҡартыуы асыҡланды, әммә ул мәшғүллек үҙәген был хаҡта киҫәтмәгән, хеҙмәткәрҙәргә пособие һәм файҙаланмаған отпуск өсөн йәмғеһе 60 мең һумдан ашыу түләүҙе түләмәгән.
Шуға бәйле прокуратура шәхси эшҡыуарға ҡарата РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексының 19.7 статьяһы буйынса (ваҡытында мәғлүмәт бирмәү) һәм РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 5.27 статьяһының 6 өлөшө буйынса (эш хаҡын һәм башҡа түләүҙәрҙе ваҡытында түләмәү) административ эш ҡуҙғатты.
Хеҙмәткәрҙәрҙең боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеү маҡсатында прокуратура күрһәтмә бирҙе. Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы буйынса бурыс тулыһынса түләнде.
Р. ҠЫУАНДИҠОВ,
Федоровка районы прокуроры ярҙамсыһы.
Читайте нас: