-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
4 Сентябрь 2020, 16:47

Урамды бысратһаң – түлә!

Август башында Башҡортостанда яңы штраф ғәмәлгә инде. Закон төҙөкләндереү тармағына ҡағылһа ла, автоһәүәҫкәрҙәр өсөн уны белеп ҡуйыу мотлаҡ. Яңы ҡанунға ярашлы, бынан ары автомобилде файҙаланыу һәм ремонтлау ваҡытында биләмәне бысратҡан өсөн штрафтар ҡаралған.#Закондар

Август башында Башҡортостанда яңы штраф ғәмәлгә инде. Закон төҙөкләндереү тармағына ҡағылһа ла, автоһәүәҫкәрҙәр өсөн уны белеп ҡуйыу мотлаҡ. Яңы ҡанунға ярашлы, бынан ары автомобилде файҙаланыу һәм ремонтлау ваҡытында биләмәне бысратҡан өсөн штрафтар ҡаралған.

Баш­ҡорт­ос­тан Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтай Рәйесе Константин Толкачев белде­ре­үенсә, был яңы­лыҡтар тәү сиратта йөк машиналарына ҡағыла.

– Йыш ҡына шуны күрәбеҙ: тенты булмауы йәки йәпһеҙ тейәлеүе арҡаһында йөк машиналарынан юлға сүп-сар, ҡом, цемент ҡойола. Шулай уҡ машиналар төҙөлөш майҙандарынан йыуылмаған тәгәрмәс менән сыға һәм бөтә бысраҡты урам буйлап тарата, – ти Константин Толкачев.
Башҡа етешһеҙлектәр араһында – яғыулыҡ, май ағыуы, машинаны тәғәйенләнмәгән урында йыуыу. Быларҙың барыһы ла ҡала һәм ауылдарҙың зауығына ғына түгел, ә санитар, экологик хәленә лә зыян килтерә.

Былар өсөн түбәндәге күләмдә штрафтар ҡаралған: граждандарға – 500 һумдан бер мең һумға, вәкәләтле кешеләр өсөн – дүрт меңдән ете мең һумға һәм ойошмаларға 20 меңдән 25 мең һумға тиклем.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы - https://bash.rbsmi.ru/
Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
Читайте нас: