Машина ни тиклем ҙур булһа ла, йыш ҡына унда урын етмәй. Ә ҡайһы саҡта ҙур һәм ауыр әйберҙәр ҙә күсерергә тура килә. Бына ошондай саҡта ҡыйыҡтағы багажник ярҙамға килә лә. Әммә автоһәүәҫкәрҙәр һуңғы ваҡытта уның өсөн штраф һалынасағы тураһында хәбәр итә. Был законлымы?
Бынан бер нисә йыл элек кенә аҙым һайын тиерлек автооҫтаханалар ҡыйыҡҡа багажник ҡуйыу менән шөғөлләнә ине. Хатта водителдәр үҙҙәре лә машинаһы ҡыйығына рейлинг йәбештереп, уға үҙаллы ригель һәм рейкалар беркетте. Ә бына ул ныҡлымы, түгелме – бер кем дә тикшермәгән, шуға күрә ошолай “камиллаштырылған” автомобилдәр ЮХХДИ инспекторҙарында шик тыуҙыра башлаған.
Быйыл Таможня союзының Техник регламентына яңы талаптар ғәмәлгә инде. Уға ярашлы, транспорт сараһы конструкцияһындағы теләһә ниндәй үҙгәрештәр ҙә ЮХХДИ-ла теркәлергә һәм махсуслаштырылған лабораторияларҙа сертификатлау үтергә тейеш. Шуға күрә хәҙер штаттан тыш фаркоп ҡуйыу, фарҙарҙы үҙгәртеү һәм багажник ҡуйыу рөхсәт ителмәй.
Әгәр машинағыҙҙы үҙгәртеп, уны теркәтмәйһегеҙ икән, ҡағиҙә буйынса автомобилде файҙаланырға ярамай. Бының өсөн яза ла ҡаралған. Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.5 статьяһына ярашлы, инспектор һеҙгә киҫәтеү яһай йәки 500 һум штраф һала. Юлда һеҙҙе туҡтатҡан ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре штраф һалыу ғына түгел, ә урында багажникты алып ташлауҙы ла талап итәсәк.
Автомобилегеҙҙә заводта машина менән бергә эшләнгән штатлы багажник бар икән, ҡайғыраһы түгел. Бер ниндәй ҙә штрафтан ҡурҡмай, тыныс йөрөргә була. Күп моделдәрҙә штатлы рейлингтар ҡаралған, уға, кәрәге булһа, үҙегеҙ йөк ташыу өсөн ҡулайлама эшләп ҡуя алаһығыҙ. Улар рейлингка һынау һәм сертификатлау үткән махсус беркеткес ярҙамында ҡуйыла. Багажниктар рөхсәт документтары менән бергә һатыла.
Ҡыйыҡҡа һалынған йөктөң ауырлығын иҫәпләргә онотмағыҙ. Ғәҙәттә, етештереүсе 100 килограмға тиклем сикләү ҡуя. Ауырыраҡ йөк йөрөтөү тыйыла, был ҙур хәүеф тыуҙыра.
Һөҙөмтә шундай: хәҙер автомобилдәрҙә тик штатлы багажник булһа ғына ҡыйыҡта йөк йөрөтөргә ярай. Әгәр завод ҡуймаған булһа һәм һеҙгә бик кәрәк икән, багажникты үҙаллы эшләргә (эшләтергә) һәм, ЮХХДИ-ға барып, бының өсөн рөхсәт алырға тура киләсәк.