БР Адвокаттар палатаһы президенты Булат Йомадилов: “Башҡортостанда адвокаттар йәмғиәте шәхси практика алып барыусы юристарҙың боҙоуҙары менән килешергә ниәтләмәй”.
Башҡортостан Адвокаттар палатаһының йыл һайын үткәрелеүсе конференцияһы адвокатураның 2016 йылға эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһауға бағышланды, уның етәкселеге үҙ сығышында адвокат статусы булмаған ҡайһы бер шәхси практика алып барыусы юристарҙың закон талаптарын боҙоуҙары темаһына ҡағылды.
БР Адвокаттар палатаһы президенты Булат Йомадилов билдәләүенсә, “адвокаттарҙың эшмәкәрлеген һәм улар күрһәткән квалификациялы юридик ярҙам сифатын палата үҙе, шулай уҡ Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостандағы идаралығы даими күҙәтеп тора”. Шул уҡ ваҡытта президент “шәхси практика алып барыусы юристарға ҡарата бындай контроль юҡ”, тип билдәләне. Әле республикала ҡайһы бер юристарҙың дөрөҫ хоҡуҡи ярҙам күрһәтмәүе осраҡтары йышайҙы. Улар араһында уртаса һөнәри белемле белгестәр, шул уҡ ваҡытта юридик белемһеҙ, эш тәжрибәһеҙ, ҡайһы бер осраҡта бөтөнләй белемһеҙ белгестәр ҙә бар.
Күпселектә ҡайһы бер юристар юғары гонорар һорай, эштең ыңғай бөтәсәген вәғәҙәләй, әммә эштәрен тулы күләмдә башҡармай. Йә эш буйынса һөҙөмтә бөтөнләй булмай, ҡайһы берҙә юридик ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән кешенең хәлен бөтөнләй насарайта. Шул уҡ ваҡытта хоҡуҡи ярҙам күрһәткәндә улар бер ниндәй ҙә яуаплылыҡ алып бармай.
Адвокат статусын алыр өсөн юғары һөнәри белемле булыу мотлаҡ һәм юридик белгеслек буйынса ике йылдан да кәм булмаған эш стажы кәрәк. Бынан тыш, квалификация буйынса имтихан бирергә кәрәк.
Ул ғына ла түгел, адвокатура тураһындағы ҡануниәттә адвокаттың үҙ квалификацияһын даими күтәрергә тейешлеге билдәләнгән.
Шәхси практика алып барыусы юристар “адвокат” һәм “адвокат эшмәкәрлеге” терминдарынан файҙаланып эшләй. Ундай юристар үҙҙәрен адвокат тип күрһәтеп, уларға ышаныслы юридик ярҙам алыу өсөн мөрәжәғәт итеүсе граждандарҙы алдай.
Алда атап үтелгән боҙоуҙарҙы булдырмау өсөн Башҡортостандың Адвокаттар палатаһы Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәтенең БР буйынса идаралығына адвокатура тураһындағы ҡануниәттәге боҙоуҙарҙы бөтөрөү зарурлығы тураһында иҫкәрмәләр сығарыу өсөн системалы рәүештә мөрәжәғәттәр йүнәлтә. Шулай, күптән түгел Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында үҙен “бер адрес буйынса 500-ҙән ашыу адвокатты йыйған” юридик ойошма булараҡ танытҡан күп функциялы юридик үҙәк эшләй башлаған. Был осраҡта ла Адвокатура тураһындағы Законды боҙоу факты бар, шуға бәйле Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт адресына ошо факттар буйынса тикшереү үткәреү зарурлығы тураһында мөрәжәғәт ебәрелгән, шулай уҡ күп функциялы юридик хеҙмәткә ҡануниәткә яраҡлыһыҙлыҡты бөтөрөү талабы менән хат ебәрелгән.
Граждандарҙың үҙҙәренә лә үҙҙәрен адвокат тип атаған юристарға мөрәжәғәт иткәндә уяу булырға кәрәк, тиҙәр адвокаттар палатаһында. Бының өсөн уларҙан адвокат таныҡлығын күрһәтеүҙәрен талап итеү зарур.
Адвокат статусына эйә булыуҙы РФ Юстиция министрлығының БР буйынса Идаралығының “Адвокаттар реестры” бүлегенән йәиһә Башҡортостандың Адвокаттар палатаһының рәсми сайтынан белергә мөмкин.