-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
18 Март 2021, 09:29

Путин прокурорҙар менән уларҙың 2020 йылдағы эше һәм 2021 йылға ҡуйылған бурыстар тураһында һөйләште

Кәңәшмә барышында прокуратура органдарының 2020 йылғы эш һөҙөмтәләре ҡаралды һәм 2021 йылға законлыҡты һәм хоҡуҡ һаҡлауҙы нығытыу буйынса бурыстар ҡуйылды.#президент#путинэшмәкәрлеге#прокуратураколлегия

Кәңәшмә барышында прокуратура органдарының 2020 йылғы эш һөҙөмтәләре ҡаралды һәм 2021 йылға законлыҡты һәм хоҡуҡ һаҡлауҙы нығытыу буйынса бурыстар ҡуйылды.
Дәүләт башлығы РФ генераль прокуратураһының һәм башҡа хоҡуҡ һаҡлау һәм көс структураларының эшен шәхсән тикшерә, коллегияларында һәр саҡ сығыш яһай. Быйыл президент Рәсәй Эске эштәр министрлығы һәм Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте коллегияһында ҡатнашҡан.
Генераль прокуратура мәғлүмәттәре буйынса, илдә һуңғы 10 йыл эсендә енәйәттәр һаны дүрттән бер өлөшкә кәмегән. 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса, Рәсәйҙә криминоген хәл тотороҡло булып ҡалған. 2019 йыл менән сағыштырғанда, теркәлгән енәйәттәр һаны 1 процентҡа артҡан һәм 2 миллиондан үтеп киткән. Һуңғы биш йыл эсендә енәйәттәр һаны 13 процентҡа кәмегән, ә 10 йыл эсендә - 22,2 процентҡа.
Сығанаҡ: ТАСС
Читайте нас: