+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
5 Июль 2021, 09:33

Путин автомобилдәргә мотлаҡ техник тикшереү үткәреүҙе бөтөрҙө

Закон 22 августта ғәмәлгә инәсәк. Уға ярашлы, ОСАГО полисын алыу өсөн водителдәргә диагностик карта һәм техосмотр тапшырырға кәрәк булмаясаҡ.

Путин автомобилдәргә мотлаҡ техник тикшереү үткәреүҙе бөтөрҙө
Путин автомобилдәргә мотлаҡ техник тикшереү үткәреүҙе бөтөрҙө

Рәсәй Президенты Владимир Путин ОСАГО полисын алыу өсөн автомобилдәргә мотлаҡ техник тикшереүҙе бөтөрөү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.

          Закон 22 августта ғәмәлгә инәсәк. Уға ярашлы, ОСАГО полисын алыу өсөн водителдәргә диагностик карта һәм техосмотр тапшырырға кәрәк булмаясаҡ. Водитель юл-транспорт ваҡиғаһына тарыһа, ул техник тикшереү тураһындағы документтың булмауы арҡаһында язаға тарттырылмаясаҡ.

          Элегерәк Дәүләт думаһының автомобилдәргә ОСАГО полисын алыу өсөн мотлаҡ техосмотрҙы бөтөрөүе тураһында хәбәр иткәйне. Түбәнге палатаның финанс баҙар буйынса комитеты башлығы Анатолий Аксаковтың һүҙҙәренә ҡарағанда, шулай итеп законһыҙ бизнесты еңергә тырышалар. Тағы ла бер сәбәп – закон талаптарына яуап биргән техник хеҙмәтләндереү станцияларының етмәүе.

Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/

Фото: Александр Кряжев / РИА Новости

 

Читайте нас: