+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
2 Февраль 2018, 14:27

Боҙлоҡ дәүере

Быйыл ҡыш беҙҙе бик ҡыуандырмай. Ҡарҙың әҙ булыуы беҙҙең яҡ өсөн яҡшы түгел. Бер уйлаһаң, был уңайлы, сығымһыҙ ҙа – юлдарҙы, ишек алдын ҡарҙан таҙартаһы юҡ. Әммә проблемалар ҙа юҡ түгел – урыны менән ер ныҡ туңған, берәүҙәрҙең һыу үткәргесе, икенселәрҙең канализация торбалары туңып аптырата. Бер һүҙ менән әйткәндә, һәр миҙгел үҙ үҙенсәлектәрен юғалтмаһын, тейешле яуын ваҡытында яуһын ине ул.

Бәлә - аяҡ аҫтында.

Ҡар булмағас, коммуналь хеҙмәттәр ҙә иркенәйҙе, буғай, мин быны боҙға әйләнгән тротурҙарҙы ҡарау йәһәтенән әйтәм. Меңәрләгән кеше тапап үткән һуҡмаҡтар шыуғалаҡҡа әүерелде, шуға ла кешеләр йығылып имгәнә. Ғинуарҙа ғына район дауаханаһының травмотология бүлегенә - 12, “Ашығыс ярҙам”ға ярҙам һорап 5 кеше мөрәжәғәт иткән. Ә күпме кеше “үтер әле” тип, дауаханаға барып та тормаған? Ә “Нурлы”, “Хандо” магазиндарына барған кешеләргә ни эшләргә? Унда ла юлға ҡом булһа ла һибеү тураһында уйлаған кеше юҡ. Ә район хакимиәте алдындағы майҙансыҡ тураһында әйтеп тә тормайым инде.
Мәҡәләнең аҙағын район гәзитенән уҡығыҙ.
Читайте нас: