Әле плотина аша- ул юл булып тора, үтеү мөмкин түгел. Фёдоровка ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Е. Тыров әйтеүенсә, зыян күреүселәр юҡ.
-Бер өйҙөң һыу аҫтында ҡалыуы тураһында мәғлүмәт булғайны, был хаҡ булып сыҡманы,- тине ул.- Кешеләргә, мал-тыуарға, төҙөлөштәргә һыу баҫыу ҡурҡынысы янамай. Ташҡын эҙемтәләрен ҡыҫҡа ваҡытта юҡ итәсәкбеҙ. Транспорт һәм йәйәүлеләрҙең хәрәкәте тергеҙеләсәк, -тип ышандырҙы Евгений Валерьевич.
Райондағы яҙғы ташҡын торошо тураһында ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеге менән тәьмин итеү буйынса комиссия рәйесе, хакимиәт башлығы урынбаҫары И.И. Нурлығаянов мәғлүмәт бирҙе:
-Әле район йылғаларындағы һәм быуаларындағы һыу кимәле ҡурҡыныс түгел. Һыу баҫыу янаған Батыр, Бала Сытырман ауылдары контролдә. Яңы Яуыш ауылы эргәһендәге Ашҡаҙар йылғаһындағы һыу ярты метрға кәмене, - тине ул.- Кузьминовка ауылындағы хәл дә күҙәтеү аҫтында. Был осраҡ буйынса тейешле саралар яҡын арала күреләсәк,- тине Илдар Иҙһам улы.
Кузьминовка быуаһы эргәһендә йәшәүсе кешеләрҙең һыу әҙ буласаҡ тип, үҙ-үҙҙәрен тынысландырыуы кире йоғонто бирҙе. Ваҡытында үҙ көстәре менән һыу үткәргес торбаларҙы таҙартҡан булһалар, бындай эҙемтәләр күҙәтелмәҫ ине.
Метеорологтар әйтеүенсә, ташҡын мәле әле үтмәгән, һыу баҫыу ихтималлығы бар. Тимәк, тынысланырға иртәрәк. Сөнки аҙна аҙағындағы яуым-төшөмдәр ҡарҙың күпләп иреүенә, йылғаларҙағы һыу кимәленең күтәрелеүенә сәбәпсе буласаҡ.