-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
20 Апрель 2018, 11:56

Бер кемдең дә эше юҡ…

Гончаровка ауылының “Еләккәй” балалар баҡсаһына ингән ерҙә ошондай һарғылт һыу күбекләнеп, балалар менән ата-әсәләрҙе, баҡса хеҙмәткәрҙәрен көн дә ҡаршыланы. Кескәйҙәр бынан үткәндә танауын ҡулдары менән ҡаплай, ә ата-әсәләре уларҙы ошо һаҫыҡ, канализация һыуына тайып йығылмаһын өсөн, күтәреп индерә, ныҡлап етәкләп ала.

Был бысраҡ һыу Салауат Юлаев урамы, 7-се йорттоң канализация соҡоронан ағып килә. Баҡса территорияһы буйынса бөтә микробтар таралып, бинаға, кешеләрҙең өйҙәренә, ойошмаларға инеүе тураһында бер кем дә уйламай. Йәйгә был күл кибәсәк, ә һаҫыҡлыҡты ел таратасаҡ...

Бер баланың атаһы төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт иткән. Бысраҡ һыуҙы һурҙырғандар, әммә соҡор йәнә тулған һәм күләүек балалар баҡсаһының ҡапҡа төбөндә йыйылған.

Тәрбиәселәр балаларға экология, ауыл урамдарындағы таҙалыҡ тураһында нисек аңлатырға тейеш? Өлкәндәр ниндәй өлгө күрһәтә?

Ата-әсәләр исеменән А. САБЛИН.

Алһыу САБЛИНА фотоһы.

Ошо мәсьәлә буйынса ауыл биләмәһе башлығы Ғ.М. Иҙрисовҡа мөрәжәғәт итеп, был хаҡта берәйһе шылтыраттымы, ниндәй саралар күрелде һәм ул нисек хәл ителәсәген һораныҡ. Белгәндәребеҙҙе һеҙгә тәҡдим итәбеҙ.

-Эйе, был мәсьәлә буйынса ауыл хакимиәтенә балалар баҡсаһына йөрөгән балаларҙың ата-әсәләре һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре мөрәжәғәт итте. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, “Жилсервис” йәмғиәте директоры А.Р. Насироваға мөрәжәғәт иттек. Бысраҡ һыу һурҙыртыу машинаһын ебәрҙеләр. Ләкин проблема ошо йорт хужаларының был хеҙмәт өсөн түләгеләре килмәүендә. Коммуналсылар менән ике кеше генә килешеү төҙөгән, улар түләй, ҡалғандары –юҡ. Ассенизация машинаһы үтмәһен өсөн юлға арҡыры бүрәнә лә һалдылар. Йәнә бер йыйылыш үткәреп, хәлде асыҡлап ҡараясаҡбыҙ.

С. Зайцева әҙерләне.
Читайте нас: