+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
8 Май 2018, 12:32

Битарафлыҡ ғүмерҙе өҙә ала

4 майҙа 02 сәғәт 16 минутта 92-се янғын часының дежур-диспетчер хеҙмәтенә Гончаровка ауыл советы ауыл биләмәһенең Алешкин ауылында янғын сығыу тураһында хәбәр килде. Ут сыҡҡан йортта ике кеше һәләк булды. Алдан фаразлауҙар буйынса, тәмәке тартҡанда ут менән һаҡ булмау быға сәбәпсе булған. Йорт төҙөлөштәре һәм өй эргәһенә яҡын ҡуйылған автомобиль янған.Янғын тураһында һуңлап хәбәр итеү арҡаһында ут ҙур территорияны биләгәйне. 92-се янғын часы хеҙмәтенең һәм Гончаровка ирекле янғын командаһының оператив эш итеүе арҡаһында янғын һүндерелде.Шулай, 6 майҙа 12 сәғәт 30 минутта Петровка ауылы эргәһендә янғын сығыу тураһында хәбәр килде. Ҡоро үләнгә ут ҡапҡан һәм көслө ел утты ҙур майҙанға таратҡан. Бөтә ауылға ут ҡабыу ҡурҡынысы янай ине. Янғын һөҙөмтәһендә ташландыҡ төҙөлөш янды. Ун һүндергәндә газ баллондарына тап булдыҡ. Ут 92-се янғын часының янғын хеҙмәте һәм Балыҡлы ауылы ирекле янғын командаһы ағзалары тарафынан һүндерелде.Ауыл халҡынан ут менән һаҡ булыуҙарын һорайым. Айырыуса елле көндә ҡоро үлән яндырмағыҙ. Газ баллондарын төҙөлөштәр эсендә түгел, махсус урында һаҡларға кәрәк, сөнки улар - шартлауы, кешеләр зыян күреүе ихтимал.С. НАСИРОВ,92-се янғын часы начальнигы

4 майҙа 02 сәғәт 16 минутта 92-се янғын часының дежур-диспетчер хеҙмәтенә Гончаровка ауыл советы ауыл биләмәһенең Алешкин ауылында янғын сығыу тураһында хәбәр килде. Ут сыҡҡан йортта ике кеше һәләк булды. Алдан фаразлауҙар буйынса, тәмәке тартҡанда ут менән һаҡ булмау быға сәбәпсе булған. Йорт төҙөлөштәре һәм өй эргәһенә яҡын ҡуйылған автомобиль янған.

Янғын тураһында һуңлап хәбәр итеү арҡаһында ут ҙур территорияны биләгәйне. 92-се янғын часы хеҙмәтенең һәм Гончаровка ирекле янғын командаһының оператив эш итеүе арҡаһында янғын һүндерелде.

Шулай, 6 майҙа 12 сәғәт 30 минутта Петровка ауылы эргәһендә янғын сығыу тураһында хәбәр килде. Ҡоро үләнгә ут ҡапҡан һәм көслө ел утты ҙур майҙанға таратҡан. Бөтә ауылға ут ҡабыу ҡурҡынысы янай ине. Янғын һөҙөмтәһендә ташландыҡ төҙөлөш янды. Ун һүндергәндә газ баллондарына тап булдыҡ. Ут 92-се янғын часының янғын хеҙмәте һәм Балыҡлы ауылы ирекле янғын командаһы ағзалары тарафынан һүндерелде.

Ауыл халҡынан ут менән һаҡ булыуҙарын һорайым. Айырыуса елле көндә ҡоро үлән яндырмағыҙ. Газ баллондарын төҙөлөштәр эсендә түгел, махсус урында һаҡларға кәрәк, сөнки улар - шартлауы, кешеләр зыян күреүе ихтимал.

С. НАСИРОВ,

92-се янғын часы начальнигы
Читайте нас: