+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
13 Ноябрь 2018, 11:55

Хужалыҡ төҙөлөшө янды

Үткән ял көндәрендә Гончаровка ауылында янғын булды.

Ленин урамында йәшәүсе бер ҡарттың йорт алдындағы төҙөлөштәре янды. Ут мейестәге, төтөн юлдарындағы кәмселектәр арҡаһында һәм ут менән абай булмау арҡаһында сыҡҡан. Бинаның түбәһе һәм стеналары янды. Күршеләге торлаҡ йорттарға ла ут сәсрәү ихтималлығы бар ине. Янғын хеҙмәткәрҙәре янғынды ваҡытында һүндерҙе.

Район халҡының иҫенә төшөрәм: йылытыу миҙгелендә мунса яҡҡанда һәм мейес тоҡандырғанда абай булығыҙ, электр приборҙары һәм сымдары һәр ваҡыт төҙөк хәлдә булһын. Янғын хәүефһеҙлеге сараларын күрегеҙ.


С. НАСИРОВ,

янғын часы начальнигы.
Читайте нас: