+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
16 Октябрь 2019, 14:26

Йәйәүлене бәрҙереү осраҡтар йышайҙы!

Һуңғы ай мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, көн һайын тиерлек йәйәүлеләрҙе бәрҙереү тураһында яңылыҡтар бар. Туғыҙ ай эсендә шундай 805 осраҡ теркәлгән. Был юл-транспорт ваҡиғаларының дөйөм һанынан һәр өсөнсө осраҡ тигән һүҙ!

Һуңғы ай мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, көн һайын тиерлек йәйәүлеләрҙе бәрҙереү тураһында яңылыҡтар бар. Туғыҙ ай эсендә шундай 805 осраҡ теркәлгән. Был юл-транспорт ваҡиғаларының дөйөм һанынан һәр өсөнсө осраҡ тигән һүҙ!

Анализдарға ярашлы, уларҙың 353-ө йәйәүлеләрҙең үҙ ғәйебе менән булған. Бынан тыш, һәләк булыусыларҙың дөйөм һанынан һәр дүртенсеһе йәйәүле булған. Улар ҡатнашлығындағы үлемесле аварияларҙың 58-ендә юл хәрәкәтендә йәйәү ҡатнашыусылар үҙҙәре ғәйепле.

Шл уҡ ваҡытта анализ нигеҙендә һуңғы ваҡытта аварияларҙың бер төрлө булыуы күҙәтелә. Ҡағиҙә булараҡ, был тәүлектең ҡараңғы ваҡыты һәм ауылдар, ҡалалар араһындағы, ауылдарҙың үҙҙәрендәге юлдарҙың яҡтыртылмауы. Ҡара кейем кейгән кеше юлдан китеп бара. Йыш ҡына ул иҫерек тә була. Бындай шарттарҙа, айырыуса насар һауа торошо булһа, водитель йәйәүлене бик һуң ғына шәйләп ҡала, уны бәрҙермәҫ өсөн нимә лә булһа ҡылыр өсөн уның ваҡыты ҡалмай. Туғыҙ ай эсендә төнөн 283 йәйәүлене бәрҙереү осрағы теркәлгән, уларҙы 55 кеше һәләк булған, 236-һы йәрәхәтләнгән.

Ҡараңғыла йәйәүлегә үҙ-үҙен нисек тә булһа билдәләргә кәрәк. Яҡты кейем кейегеҙ. Үҙегеҙ менән яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтары булған әйберҙәр йөрөтөгөҙ. Был һеҙҙе күңелһеҙ хәлдәрҙән һаҡлап ҡалыр, водителгә тиҙлеген кәметеү, хәрәкәт йүнәлешен үҙгәртеү өсөн ваҡыт ҡалдырыр. Балалар тураһында онотмағыҙ! Дәрестәргә улар тәүлектең ҡараңғы ваҡытында бара, ҡапыл ғына юлға сығыу ихтималлыҡтары бар. Водителдәр, иғтибарлы булығыҙ! Ата-әсәләр, юлда үҙҙәрен нисек тоторға кәрәклеген балаларығыҙҙың хәтеренә төшөрөп алырға онотмағыҙ.


Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: