+7 °С
Облачно
Хәл-ваҡиғалар
8 Января 2020, 12:00

Тегеранда Украина лайнеры һәләкәткә осраны

Иран киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, самолет “техник проблемалар” арҡаһында ҡолаған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иран киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, самолет “техник проблемалар” арҡаһында ҡолаған.
Boeing 737 пассажир самолеты Тегерандағы халыҡ-ара аэропорттан сығыу менән үк осоп төшкән, тип хәбәр итә Fars News агентлығы. Лайнер Украина авиакомпанияһыныҡы булған. Күҙаллауҙар буйынса, һәләкәттең сәбәбе двигателдең янып китеүендә. Самолет Тегерандан Мәскәү ваҡыты менән 05:42 минутта сыҡҡан һәм ике минуттан сигнал бирмәй башлаған. Бортта 167 пассажир булған, улар һәм экипаж ағзалары бөтәһе лә һәләк булған.
Яңылыҡ сығанағы: https://ufa.rbc.ru/
Фото: Tasnim News / Twitter
Читайте нас