-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
13 Ғинуар 2020, 14:20

Башҡортостанда шторм киҫәтеүе иғлан ителде

Бөгөн урыны менән боҙлауыҡ, елдең көсәеүе, буран сығыуы көтөлә, тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының мәғлүмәт хеҙмәтендә.

Бөгөн урыны менән боҙлауыҡ, елдең көсәеүе, буран сығыуы көтөлә, тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының мәғлүмәт хеҙмәтендә.
“12 ғинуарҙың 20.00 сәғәтенән башлап 13 ғинуарҙың 20.00 сәғәтенә тиклем төбәктә болотло һауа торошо булыуы көтөлә. Төндә урыны менән ҡар, көндөҙ шулай уҡ ҡар яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ булыуы, буран сығыуы, юлдарҙа ҡар өмөйдәре барлыҡҡа килеүе мөмкин. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 7-12 метрға тиклем, урыны менән секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә -5, -10, көндөҙ -3, -8 градус. Автомобиль юлдарында күреү кимәле 500-1000 метрға тиклем насараясаҡ”, - тип иҫкәрттеләр МЧСта.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: http://www.bashinform.ru/
Читайте нас: