27 ғинуарҙа Ҡытайҙан Өфөгә балаһы менән әсә кеше ҡайтҡан. Уларҙың температураһы юғары булыуы билдәле. Тағы бер пассажир менән уларҙы инфекцион дауаханаға оҙатҡандар, анализдарын Новосибирск ҡалаһындағы лабораторияға ебәргәндәр. Элегерәк оҡшаш симптомдар менән балаһы менән атай кешене лә дауаханаға һалғайнылар. Уларҙың анализдарында коронавирус барлығы раҫланманы.
Әле республикабыҙҙың баш ҡалаһына Ҡытай, Таиланд, Вьетнамдан килеүсе бөтә кешеләрҙе тепловизорҙар ярҙамында ткишерәләр. Температуралары юғары булғандарҙы медосмотрға йүнәлтәләр.
Фото: Александр Кряжев / РИА Новости