-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
3 Февраль 2020, 16:55

Бүреләр түгел, боландар

Бына инде бер нисә көн мессенджерҙарҙа күрше төбәктәрҙән беҙгә килеүсе бүреләр төркөмө тураһында мәғлүмәт йөрөй. Ватсапта бер-береһенә шул бүреләр төшөрөлгән видеоны ебәрәләр.

Бына инде бер нисә көн мессенджерҙарҙа күрше төбәктәрҙән беҙгә килеүсе бүреләр төркөмө тураһында мәғлүмәт йөрөй. Ватсапта бер-береһенә шул бүреләр төшөрөлгән видеоны ебәрәләр. Әммә, ентекләберәк ҡараһаң, уларҙың бүреләр түгел, ә ҡар аҫтынан тыныс ҡына үҙҙәренә аҙыҡ эҙләп йөрөүсе боландар икәнлеген шәйләргә була. Видео үҙе Башҡортостанда түгел, Новосибирск өлкәһендә төшөрөлгән.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идараһы БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән берлектә хайуандар донъяһы объекттарына күҙәтеү үткәрҙе һәм мәғлүмәттең дөрөҫ түгеллеген билдәләне. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының мабтуғат хеҙмәте етәксеһе Алик Шәрәфетдинов республика халҡынан тыныслыҡ һаҡлауҙарын, тик рәсми мәғлүмәт сығанаҡтарына ғына ышаныуҙарын үтенде.
Мессенджерҙарҙағы хәбәрҙәргә килгәндә – мәғлүмәтте туғандарығыҙға, яҡындарығыҙға ебәреү алдынан хис-тойғоларығыҙҙы “һүндереп”, хәбәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереүегеҙ һорала. Интернетта ялған мәғлүмәт таратыусыларға 30 меңдән 100 меңгәсә штраф һалыныу ихтималлығын да онотмағыҙ.
Читайте нас: