+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
3 Февраль 2020, 14:15

Мәләүездә автомобиль шартланы

Мәләүез ҡалаһының 4-се газ заправкалау станцияһында яғыулыҡ тултырыу мәлендә автомобиль шартлаған.

Мәләүез ҡалаһының 4-се газ заправкалау станцияһында яғыулыҡ тултырыу мәлендә автомобиль шартлаған. Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Элеватор майҙаны, 29 адресы буйынса урынлашҡан станцияла заправкалау ваҡытында “Рено-Логан” автомобиленең багажнигында газ баллоны шартлаған. Бәхеткә күрә, һәләк булыусылар һәм йәрәхәттәр алыусылар юҡ – машинала бер кем дә булмаған, ә водитель үҙе был ваҡытта касса эргәһендә аҡса түләп торған. Машина эсендә кешеләр ҡалған булһа, нимә булырын күҙ алдына ла килтереүе ауыр...
Автомобилдәрҙә газ баллондары шартлауы тураһында йыш ҡына ишетергә тура килә. Шуға ла, экономия артынан ҡыуғанда (водителдәр йыш ҡына газ йыһазын аҡсаларын экономияларға теләп урынлаштыра, бензинға хаҡ көндән-көн арта бара бит), хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре, тейешле йыһазды дөрөҫ итеп урынлаштырыу кәрәклеге тураһында ла онтомаһалар ине.
Читайте нас: