-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
4 Июнь 2020, 13:05

Путин Норильскиҙа ғәҙәттән тыш хәл режимын индерҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путин Норильскиҙа федераль кимәлдәге ғәҙәттән тыш хәл режимын индерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, унда 29 майҙа нефть продукттары түгелгәйне.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Норильскиҙа федераль кимәлдәге ғәҙәттән тыш хәл режимын индерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, унда 29 майҙа нефть продукттары түгелгәйне. Резервуарҙарҙың береһе асылыу арҡаһында Надеждин металлургия заводының сәнәғәт майҙансығына ҙур күләмдә нефть продукттары түгелде. Яғыулыҡтың бер өлөшө Амбарная йылғаһына ла эләккән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы Евгений Зиничев ғәҙәттән тыш хәл режимын индереү федераль кимәлдә көстәр һәм сараларҙы файҙаланырға мөмикинлек бирәсәген белдерҙе. Владимир Путин бының менән килеште һәм дизель яғыулығы түгелеүҙең эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса кисекмәҫтән саралар күрергә ҡушты.
Дәүләт башлығы яғыулыҡ түгелеүҙең сығанағы булған компанияны яуаплылыҡҡа саҡырҙы. “Беҙ бындай ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында социаль селтәрҙәрҙән белергә тейешме? Һеҙҙең сәләмәтлегегеҙ менән унда бөтәһе лә тәртиптәме?”, - тине ул яғыулыҡ түгелеүен ликвидациялау буйынса кәңәшмәлә компания етәксеһенә мөрәжәғәт итеп.
#ВладимирПутин
#ҒәҙәттәнТышХәлНорильск
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото социаль селтәрҙәрҙән.
Читайте нас: